Все новости
Йәмғиәт
28 Апреля , 12:11

Туфли кейгәндең дә мөмкинлеге самалы

Бөтөн ағзаһы теүәл кеше, бәлки, был турала уйлап та бирмәйҙер.

Туфли кейгәндең дә мөмкинлеге самалы
Туфли кейгәндең дә мөмкинлеге самалы
Ә бит төрлө ойошмалар тупһаһында пандустар булыу-булмауы беҙҙең тормошта бик мөһим. Был турала беҙгә кисә әйттеләр. Райондың Йәмәғәт палатаһы, инвалидтар ойошмаһы, бергәләп, Ермолаевола һаулыҡтары сикләнгәндәр нисек итеп теге йәки был учреждениеға үтеп инә ала-алмай икәнен тикшереп йөрөйҙәр.  Шуны ла онотмайыҡ: 2024 йыл - Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип аталды. Былай аталмаһа ла, был өлкә һәр саҡ иғтибарҙа булырға тейеш.
- Полиция бинаһына инә торған пандус тар, коляска тәгәрмәстәре һыймай, әммә сигнал бирә торған төймәләре бар, уға баҫтың, һине шул минутта уҡ, сығып, ҡаршы алалар. Талаптарға яуап бирмәгән пандустар булһа, беҙ етәксегә күрһәтмә яҙабыҙ, хилафлыҡ шунда уҡ төҙәтелә. Мөмкинлектәре сикләнгән тигәс тә, беҙ сатан-сулаҡты ғына күҙ уңында тотмайыҡ, осло үксәле туфли кейгән ҡатын-ҡыҙҙың да мөмкинлеге бик сикләнә, уларға ла үтеп инер өсөн һәйбәт пандус кәрәк, -тип аңлаттылар беҙгә тикшереүселәр. 
Автор:
Читайте нас: