Все новости

Бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшә

Мәһиҙәр ҠОЛГИЛДИЕВА ғүмеренең күркәм байрамын ҡаршылай!

Бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшә
Бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшә

Яңы Мораптал ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған апайыбыҙ - Мәһиҙәр Йыһанша ҡыҙы ҠОЛГИЛДИЕВАны ғүмеренең күркәм байрамын - 85 йәшлек оло юбилейын ҡаршылай, уны ошо матур байрамы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ, бөгөнгө көндә лә барыбыҙҙы ла бергә йыйып, берләштереп йәшәй. Уның туған йәнле, ихлас күңелле булыуына, алсаҡ йөҙлөлөгөнә таң ҡалырлыҡ. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан һәр беребеҙҙе иҫләп, ҡайғыртып, фатихаларын уҡып, изге кәңәштәрен биреп ултыра ул.
Хәстәрлекле һәм сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, тағы оҙаҡ йылдар шулай бөтәбеҙҙе берләштереп, беҙҙе аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен, иғтибарын тойоп, шатлыҡтарына һөйөнөп йәшә лә йәшә! Ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә мең рәхмәттәр әйтәбеҙ!
Йәшәү шатлығы һин - беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, ҡәҙерлебеҙ, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Иң изге теләктәр менән һылыуҙарың Фәриҙә һәм Флюрә.

Автор:
Читайте нас: