Все новости

Киләсәгең йыр кеүек матур булһын

Рәзилә БАЙЫМОВА матур юбилейын билдәләй!

Киләсәгең йыр кеүек матур булһын
Киләсәгең йыр кеүек матур булһын
Көйөргәҙе ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, әнейебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ - Рәзилә Янар ҡыҙы БАЙЫМОВА - матур ғүмер байрамын – 50 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙ! Һиңә ошо байрамың айҡанлы, иң изге теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, сәләмәтлектең ҡоростай ныҡлыһын, шатлыҡтың иң олоһон теләйбеҙ.
Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп,
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Мөхәррәм, ҡыҙҙарың Гөльназ, Ризида, кейәүең Илнур, ейәнсәрең Руфина.
Автор:
Читайте нас: