Все новости

Йәмле булһын йәшәр йылдарыңдың ағышы

Салауат ХӘЙБУЛЛИНды ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Йәмле булһын йәшәр йылдарыңдың ағышы
Йәмле булһын йәшәр йылдарыңдың ағышы

Яҡшымбәт ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, улыбыҙ, ағайым, ейәнем - Салауат Илдус улы ХӘЙБУЛЛИНды күркәм ғүмер байрамы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙеребеҙ, һин беҙҙең ғаиләлә тәүге шатлығыбыҙ булып донъяға килдең. Тәбиғәттән һиңә яҡшы холоҡ та, аҡыл да, булдыҡлылыҡ та бирелгән. Ошо сифаттарың тормош юлыңда ярҙамсы булып, бөтә уй-теләктәрең ысынға ашһын. Хыялдарыңа ирешергә Хоҙай көс-ҡеүәт, дәрт-дарман бирһен.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы,
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Яҙҙарҙан дәрт, наҙҙар алып,
Йәйҙәрҙән йылы алып,
Көҙҙәрҙән муллыҡ алып,
Аҡ буранлы аҡ ҡыштарҙан
Йәнеңә сафлыҡ алып,
Шулай йәшәһәң ине.
Ғүмерең гөрләп уҙһын,
Бәхет ҡошо ҡулын һуҙып,
Ҡаршыңда һәр саҡ булһын.
Иң изге теләктәр менән әтейең, әнейең, олатайың һәм ҡустың Азамат.

Автор:
Читайте нас: