Все новости

Йәшәү дәрте янһын йөрәгеңдә

Илдар МӨЛӨКОВты оло байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Йәшәү дәрте янһын йөрәгеңдә
Йәшәү дәрте янһын йөрәгеңдә

Яңы Мораптал ауылы
Һөйөклө тормош иптәшем, ҡәҙерле әтейебеҙ, яратҡан ҡартатайыбыҙ Илдар Юнир улы МӨЛӨКОВты оло байрамы - 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерлебеҙгә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ.
Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Изге йөрәкле кеше, хәстәрлекле атай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған булыуың менән беҙ бик бәхетле. Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ.
Һәр яңы көн бәхет алып килһен,
Алһыу таңдар күмһен шатлыҡҡа.
Йәшәү дәрте янһын йөрәгеңдә
Ҡартайырға һис тә ашыҡма!
Иң изге теләктәр менән атайың Юнир, тормош иптәшең Гөлзиә, Инзира ҡыҙың менән Сергей кейәүең, Айрат улың менән Алина киленең, ейәндәрең Матвей, Марк.

Автор:
Читайте нас: