Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
31 Августа 2017, 17:11

ЕРЛЕ ЮҠТАН БИРЛӘНӘБЕҘМЕ?

Һеҙгә “псих” тип әйткәндәре бармы? Шул һүҙҙе ишетһәгеҙ, әйткән кешене йыға һуғырға ашыҡмағыҙ, ул хаҡлылыр ҙа, бәлки. Көйөргәҙе районында ошондай сирлеләр һаны артҡандан-арта.

Һеҙгә “псих” тип әйткәндәре бармы? Шул һүҙҙе ишетһәгеҙ, әйткән кешене йыға һуғырға ашыҡмағыҙ, ул хаҡлылыр ҙа, бәлки. Көйөргәҙе районында ошондай сирлеләр һаны артҡандан-арта.
Статистиканан күренеүенсә, 2012, 2013 йылдарҙа психикаһы боҙолғандар булмаған, 2014 йылда был ауырыуҙан 2-әү үлгән, 2015 йылда 6, ә 2016 йылда психик ауырыуҙан яҡты донъя менә хушлашҡандар һаны 26-ға еткән. Нервылар ҡаҡшау диагнозы менән теркәлеүселәр ҙә арта. 2012 йылда был ауырыуҙан 8 кеше үлһә, 2016 йылда - 26, ә быйыл ярты йыл эсендә 34 кеше нервыһы ҡаҡшауға бәйле яҡты донъянан китеп барған. Был нимә, йәмәғәт? Быға тиклем үлем тыуымдан артыҡ тип борсолһаҡ, хәҙер йә псих, йә нервы сиренән йонсойбоҙмы? Сәбәптәре нимәлә ҡурҡыныс хәлгә төшөүебеҙҙең? Был хаҡта белешеп ҡараныҡ.
Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йәнә ике-өс йылдан бирләнеү сире дөйөм күрһәткестәрҙең бишенсе баҫҡысын ныҡлы аласаҡ. Беҙҙең илдә дөйөм стресс, спиртлы эсемлектәр, наркотиктар ҡулланыу арҡаһында һәм хәйерселек артыу сәбәпле, психик сирҙәр менән ауырыусылар һаны, башҡа илдәр менән сағыштырғанда, йылдам үҫешә. Рәсәй халҡының 40 процентының ниндәйҙер психик ауырыу менән сирләүе билдәле.
Ошо сир нигеҙендә инвалидлыҡ юллаусылар һаны һуңғы ун йылда 13 процентҡа артҡан. Белгестәр, һәр икенсе Рәсәй кешеһенең ниндәйҙер психик сиргә ынтылышы бар, тиҙәр. Айырыуса ҡурҡыу, шөбһәләнеү, нервылар системаһының тигеҙ эшләмәүе, депрессиялар, һимереү йәки, киреһенсә, ябығыу – былар барыһы ла психиканың тотороҡһоҙлоғона бәйле.
Элек бындай сирлеләргә иғтибар көслө ине, хәҙер психик сирлеләрҙе иҫәпкә алыуға еңел ҡарайҙар. Күрәһең, быға врач-психиатрҙар һанының кәмеүе лә кире йоғонто яһағандыр. Шул арҡала, белгестәр билдәләүенсә, психик ауырыуҙар һаны арта, ә ҡағыҙҙа улар һаны аҙ күрһәтелә.
Психик ауырыуҙар һанын кәметеү өсөн белгестәр: “Йәмәғәтселек менән эшләргә, бюрократик ҡаршылыҡтарҙы сикләргә кәрәк. Ошондай сирлеләр өсөн медицина ярҙамы ҡалаларҙа ғына түгел, ауылдарҙа ла күрһәтелергә тейеш”, - ти.
Башына һуғыуҙарынан ҡурҡып исемен әйтергә теләмәгән табип:
- Психик сирлеләр һаны күбәйҙе, тип әйтә алмайым, ә бына нервы системаларынан ауырып үлгәндәр һаны, ысынлап та, артты. Мин быны шуның менән генә аңлата алам: статистиканы яҡшыртыу өсөн башҡа сирҙәр менән үлгәндәр һанын махсус рәүештә кәметеп күрһәтәләр, сөнки ысынбарлыҡты яҙһаң, башҡа һуғыуҙары ихтимал. Ә нервы системалары ауырыуҙарынан үлгәндәрҙең һаны сикләнмәгән. Шуға күрә лә икенсе ауырыуҙан вафат булғандарҙы ла ошо сир менән үлде тип теркәүҙәре ихтимал. Мин, әлбиттә, тап шулай, тип раҫларға тырышмайым. Ләкин был фараз да йәшәүгә хоҡуҡлы.
Владимир Иванович ПЕТРОВ, Ермолаево район үҙәге дауаханаһының табип–психологы:
- Психик, нервы сиренән ауырыусыларҙың төп проблемаһы ул эскелек һәм эшһеҙлек, тип уйлайым. Халыҡ бит араҡыны магазиндан алып эсмәй, ә теләһә ниндәй суррогат спиртлы эсемлек, ҡаҙаҡ араҡыһы йә сифатһыҙ көмөшкәне арзанға ала. Ошо сифатһыҙ алкоголдәр психиканы ныҡ боҙа ла инде. Бигерәк тә бәлиғ булмаған балалы ҡатындарҙың эсеүе хәүефкә һала. Аҙна башында ике бәләкәй балаһы булған 31 йәшлек гүзәл затты килтерҙеләр. Алкоголде күп һемереү айҡанлы, аяҡтары йөрөмәй уның. Район буйынса ошондай хәлдә ҡалған тағы ике кешене беләм. Беҙ белмәгәндәре тағы әллә күпмелер… Район буйынса бындай кешеләр менән комиссия эше алып барыла. Киң тарала килгән сир булған психика һәм нервы ҡаҡшауына спиртлы эсемлектәр ҙә ныҡ йоғонто яһағанын халыҡ аңлаһын ине.
Айгөл ХАЛИҠОВА
Читайте нас: