Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
31 Августа 2017, 16:33

ҺОРАУҘАР АУЫР БУЛДЫ

25 августа Күмертау ҡала дауаханаһына эш сәфәре менән БР Һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров килде.

25 августа Күмертау ҡала дауаханаһына эш сәфәре менән БР Һаулыҡ һаҡлау министры Әнүәр Бакиров килде.
Көйөргәҙе районы хакимиәтендә ул район хакимиәте башлығы Люциә Хәмитова, баш табип Олег Астахов, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы буйынса Роспотребнадзор начальнигы Рафаил Ибәтуллин, БР Мотлаҡ медицина страховкалауы территориаль фондының Стәрлетамаҡ филиалы директоры Альберт Бәҙретдинов, һаулыҡ һаҡлау тармағы хеҙмәткәрҙәренең профсоюз комитеты рәйесе урынбаҫары Роза Әминева менән берлектә граждандарҙы шәхси һорауҙар менән ҡабул итте. Ҡабул итеүгә барлығы 12 кеше килгәйне. Райондың йәмәғәт советы эштәге ҡыҫҡартыуҙарға борсолоуҙарын бедерһә, берәү улына операция эшләтеүҙә ярҙам һорап килгән министрҙан. Ике кеше нисәмә йыл инде инвалидлыҡ юллай алмауы тураһында хәбәр итте, ә ҡабул итеүгә килгән тағы берәү инвалидлығын оҙайта алмай аптырай икән. Бушлай дарыу алыу, тиҙ арала яҡшы дауаланыу курсы үтеү, авариянан һуң бушлай операция кәрәклеген белдереүселәр ҙә булды осрашыуҙа. Бөгөлсән амбулаторияһы хеҙмәткәрҙәре: «Ни өсөн хәҙер беҙгә капельница ҡуйырға рөхсәт итмәйҙәр?», - тигән һорау менән мөрәжәғәт итте. Уларға быны хәҙер кварцлауҙың булмауы менән аңлаттылар. Ғөмүмән, министр һәр һорауҙы ентекле тыңлап, проблеманы хәл итеү өсөн үҙенең күрһәтмәләрен биреп кенә торҙо. Районда УЗИ буйынса белгес бар, ә УЗИ аппараты юҡ. Шуға күрә йыл аҙағына тиклем министр УЗИ аппараты бирергә вәғәҙә итте. Шулай уҡ Яңы Таймаҫ ФАП-ы бик иҫке, капиталь ремонт талап ителә. Был ауылға киләсәктә 80 квадрат метр майҙанлы «Модуль ФАП-ы» төҙөү ҙә планлаштырыла.
Әнүәр Бакиров был көндө Ермолаево район дауаханаһы поликлиникаһын да ҡарап сыҡты һәм «Асыҡ регистратура» проекты сиктәрендәге үҙгәрештәрҙе ыңғай баһаланы. Күмертау поликлиникаһындағы регистратураның ошондай уҡ яҡшы үҙгәрештәрен байҡап сыҡҡас, бында ла бик юғары баһа ҡуйҙы министр.
Балалар поликлиникаһында әлеге көндә барған ремонт эштәре, балалар дауаханаһының эше менән танышып, пациенттар менән дә әңгәмәләшкәс, Әнүәр Бакиров Күмертау медицина округының баш табиптарын һәм муниципаль-ара үҙәктәрҙең етәкселәрен эшлекле кәңәшмәгә йыйҙы. Бында инде һүҙ күбеһенсә һәр райондың һәм округтың демографик күрһәткестәре хаҡында барҙы. Халыҡтың һаулығы буйынса күрһәткстәрҙе яҡшыртыу өсөн дауаханалар араһындағы эске бәйләнеште үҫтереүгә, эштә яңы йүнәлештәр эҙләргә, төрлө яңы ысулдар ҡулланырға кәңәш итте Әнүәр Әкрәм улы.
Розалия НАЗАРОВА
Фото интернеттан
Читайте нас: