- Ринат Ғәфүр улы, мин гуманитарий кеше булараҡ, табип кешегә бер бөйөк кешегә ҡараған һымаҡ ҡарайым – уҡығанда кеше органдарын өйрәнеү, ятлау, латин телен белеү минең өсөн яҡын да килмәҫлек һөнәр. Беҙҙең халыҡ йыр-шиғыр яғына шәп, бына шул техника, теүәл фәндәргә барым бик юҡ. Һеҙ ҡалай итеп медицина юлына киттегеҙ?
- Күгәрсен районы Сапыҡ ауылынан мин. Ғаиләлә беҙҙең барыһы ла тиерлек педагогтар, бына мин врач булып киттем. Бәлки, Шәмиғол хәлфәнең бүләһе булыу йоғонто яһағандыр.
- Юҡ. Ҡыҙғанысҡамы, ҡыуанысҡамы, бындай һәләтем юҡ.
- Һеҙ һөнәрегеҙ буйынса хирург булһа кәрәк, нисек итеп психоневрология өлкәһенә килдегеҙ?
- Мин медицина институтын бөткәс эшкә Күмертауға ебәрелдем. Артабан уҡып уролог һөнәрен үҙләштерҙем. Күмертауҙан тыш, Мәләүездә эшләнем, Мораҡта оҙаҡ йылдар район дауаханаһында баш врач булдым. Мин етәкләгән осорҙа Күгәрсен дауаханаһынан 54 медицина хеҙмәте отличнигы, 12 атҡаҙанған табип сыҡты – ошолар менән ғорурлана алам. Унда беҙ музей асыуға ирештек (әле Маяҡта ла кешене аптырата-аптырата музей булдырып йөрөйөм. Музейҙарҙың әһәмиәте ҙур ул – тарих онотолмай), гемодиализ бүлеге асылды. Ә был интернатты 2016 йылдан етәкләйем. 4 районда филиалдарыбыҙ бар, был иҫәпкә ҡарттар йорто ла инә. Оптимизация тип, беҙгә ҡарттар йортон да ҡушып ҡуйҙылар бит. 812 һанала беҙҙә дауаланған-ҡаралған кешеләр, шуларҙың 120-һе ололар йортонда.
- Рәсәй буйынса психоневрология интернаттар һаны 504. Унда ятҡан сирлеләр һаны 150 меңдән ашыу. Яртыһынан күбеһе ирҙәр. Был нимә аңлата, беҙҙең ирҙәрҙең психикаһы тиҙерәк боҙоламы, тиҙ бирешәме ир-ат стресҡа, депрессияға нығыраҡ һалышамы?
- Улай тип әйтмәҫ инем. Психик ауырыу кешегә гендарҙан күсә, тоҡомда бар икән, һинең сирләп китеү мөмкинлегең бермә бер арта. Рак та шулай.
- Ҡыҙыҡ. Юғиһә, беҙҙең илдә алйоттар, аҡыл яғына зәғифтәр бигерәк күп, йәшәү насар булғанға тиҙәр.
- Юҡ. Психик ауырыуҙар һаны артмай ҙа, кәмемәй ҙә, бер кимәлдә килә ул. Мәҫәлән, Мораҡта 365 кеше тора ине иҫәптә элегерәк, әле лә шул сама кеше тора.
- Аҡыл яғына бер төрлө булыу, тимәк, маңлайыңа яҙылған?
- Шулай тип әйтергә лә була.
- Шулай ҙа, бына әле генә бер малай мәктәпкә килеп атыш ойошторҙо, был хәлдән тыш та, көн дә тиерлек ҡырағай күренештәр тураһында ишетеп торабыҙ - кешегә интернет, телевидение йоғонтоһо барҙыр ул?
- Генында һалынған икән кешегә, был кешегә мораль сикте үтеү өсөн күп тә кәрәкмәй. Телевидение тураһында дөрөҫ әйтәһегеҙ, элек беҙ зәңгәр экранда тик яҡшы хәбәрҙәр ишеттек-күрҙек, хәҙер кемделер көсләгәндәр, үлтергәндәр, һуйғандар тип кенә һөйләйҙәр. Әлбиттә, саҡ торған кешегә күп кәрәкмәй, негатив мәғлүмәт үҙенең ҡара эшен башҡара ала.
- Чечня, Сүриә һымаҡ ерҙәрҙән ҡайтҡандарҙың, ҡан-үлтереш майҙанында ҡайнағандарҙың психикаһы боҙола тиҙәр.
- Һуғыш һуғыш инде, бәндә унан яҡшы өлгө алып ҡайтмай. Беҙҙә лә булды ҡыҙыу нөктәләрҙән ҡайтҡан егеттәр. Әйткәндәй, Маяҡтағы интернат ҡатын-ҡыҙҙар өсөн булһа, Йомағужалағы беҙҙең филиал ир-ат өсөн, унда 120 кеше дауалана.
- Психик cирлеләр араһынан кем дә булһа дауаланғандан һуң һауығып сыҡҡаны булдымы?
- Юҡ, һауыҡҡандар булмай.
- Һеҙҙең учреждение Хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығына ҡарай, хәҙер уның исеме лә үҙгәрҙе – янына Ғаилә тигәне өҫтәлде. Демография насар хәлдә булғанға хөкүмәт шулай яңы идаралыҡ асырға ҡарар итте.
- Нимәлер эшләргә кәрәктер хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртеү өсөн. Горбачев ҡоро закон кереткәс, илдә бала табыу артты бит. Ирҙәр айнып китеп ғаиләгә күберәк иғтибар биргәндер. Бына балалар аҡсаһын арттырһалар ҙа насар булмаҫ ине.
- Психоневрология өлкәһендә башҡа ерҙәге кеүек үк реформа кәрәк тип сығыш яһаны былтыр властар.
- Бая әйттем ҡайһы бер үҙгәрештәр хаҡында. Бынан тыш, шәхси-дәүләт ҡарттар йорто асыу ҙа ҡаралған. Әле
бына Ҡырғыҙ-Миәкәлә шундай йорт асылырға тора.
- Шәхси йорттар асырҙар ҙа ул, улар тирәһендә лә ныҡ шау-шыу бара. Яңы ғына Красноярскийҙа шәхси ҡарттар йорто янды, өс кеше һәләк булды. Хужабикәһе ҡулға алынды.
Белеүемсә, һеҙҙең һымаҡ учреждениелар региональ бюджеттан финанслана. Был ғәҙел түгел тиҙәр. Башҡортостан, тағы ла ниндәйҙер региондың хәленән килер психоневрология, ҡарттар йортон аҫрарға, ә хәйерсе региондар нимә эшләргә тейеш?
- Был әлбиттә проблема. Ҡарттар йортонда ятҡандарҙың пенсияһының 75%-ы тотолоп ҡала. Ҡалғаны ололарҙың үҙҙәренә бирелә. Әлбиттә, 75% пенсия хаҡы ғына етмәй инәй-бабайҙарҙы тәриәбәләү өсөн. Бюджеттан килә ҡалғаны. Унан һуң, төрлө кешенең дә пенсияһы төрлөсә. Беҙҙә бер ай ҡарау өсөн бер кешегә яҡынса 20 мең һум аҡса кәрәк. Кеше ун мең ала ти пенсияны, үҙегеҙ иҫәпләп ҡарағыҙ, нисә һум етмәй уға тағы, күпме өҫтәмә аҡса бирергә тейеш хөкүмәт. Барлыҡ киткән сығымдың 38% -ы ҡарттар пенсияһы тәшкил итә, 54% -ын дәүләт бирә, ҡалғаны спонсорҙар ярҙамы.
- Пенсияны арыу алғандар ҙа барҙыр һеҙҙең пациенттар араһында.
- Бар. Ундайҙарҙың ҡайһы бере минең пенсиям артып ҡала, тегенеке аҙ тотола, минеке күп тип дәғүә белдереп йөрөгәндәре лә бар. Тик нимә эшләйһең закон шулай 75% ти икән, 75% тотолоп ҡалырға тейеш.
- Ил олоғая, йәғни, ҡарттар күбәйә, йәштәр аҙая. Ҡарттар йорто артабан тағы ла күберәк кәрәк булыр ул.
- Уныһы шулай. Мине бына нимә борсой. Балаларҙың бурысы ата-әсәне ҡарау, тәрбиәләү. Беҙҙә кеше ҡартайҙымы береһенә лә кәрәкмәй башлай, балалары килтерә лә тапшыра уны беҙгә. Аҙаҡ килеп тә урамай янына, пенсияһын алырға ғына килә.
- Атаҡ, оялмай пенсияһын һорап киләләрме?
- Эйе. Теге тороп ҡалған 25%-ын.
- Ҡыҙғаныс был. Ғәрәп илдәрендә, Кавказда балалар, ҡарттар йорто юҡ бит, беҙҙә оят, намыҫ тигән төшөнсәләр юҡҡа сыҡты, шуныһы үкенесле.
- Һеҙҙә түләүле бүлек тә бар ахыры.
- Бар. Уның хаҡы тәүлегенә 700-900 һум. Кемдер ял итергәме, уҡырғамы киткән, башлыса шундайҙар ҡалдырып тора туғанын унда.
- Психик сирлеләр, ҡарттар йортонда унда булғандар менән йыртҡыстарса мөғәләмә итеүҙәре хаҡында ишетергә була. Коммерсант гәзите Мәскәү янындағы бер пансионатта ауырыуҙарҙы карцерға ябыуҙары, туҡмауҙары, көсләүҙәре тураһында яҙҙы, барыһын да эштән ҡыуып, енәйәт эше асып бөттөләр.
- Аллаға шөкөр, беҙ ундай хәлдәргә юл ҡуймайбыҙ. Беҙгә эшкә килгән кешене энәһенән-ебенә тиклем тикшерәбеҙ. Интернатта теләһә кем эшләй алмай. Йәки бирелеп, яратып башҡараһың эшеңде йәки бөтөнләй эшләмә. Әйткәндәй, килеп тә түҙмәй китеүселәр булды, бында ауырыуҙарҙың төрлөһө бар, кемдер линолиум кимерә, кемдер өҫтөңә һикерә тигәндәй. Ололарҙы тәрибәләү ҙә майлы ҡалъя ашау түгел. Улар бәләкәй балалар кеүек бит, яйын таба белер кәрәк.
- Һеҙ тормоштоң беҙ күргән яғын да (ҡәҙимгеһен), стена артындағы үҙегеҙ хеҙмәт иткән ҡара яғын да күрәһегеҙ. Һеҙгә килеп эләкмәҫ өсөн ябай кешегә нимә эшләргә йәки эшләмәҫкә кәрәк?
- Мин ҡарайым да хәҙерге әҙәм балаһына, ҡай саҡ аптырап ҡуям. Атайым һөйләй торғайны нисек ыҙаланғандарын, икмәкте тик 1953 йылда ғына туйғансы ашаныҡ тип. Ул саҡ кешеләр нисек этләнгән, һуғыш, һуғыштан һуңғы йылдар. Әлеге тормошта бит тырышҡаны йәшәй ала. Колхозлашыу йылдарында кемдәр йүгереп барып колхозға ингән? Кемдең бер нимәһе лә юҡ, серек ситән төбөндә ултырғаны ингән. Ә хәлле кулак колхоз тип үлеп бармаған. Шунан уларҙы раскулачивать иткәндәр. Ә теге ялҡау нисек батша заманында эшләмәгән колхозға кергәс тә ҡыл да ҡыбырлатмаған. Әле лә шул уҡ күренеш. Кемдер тырыша, эт ялҡауы ялыуҙар яҙа. Бына Учалыла егеттәр күмер яһап һата. Утын яндыра ла күмергә әйләндереп кешегә һата. Беҙҙең яҡтарҙа урман аҙмы ни, ниңә береһенең дә ошоға башы етмәй. Барыһы ла кешенең үҙенән тора.
- Бәлки, һеҙ хаҡлылыр. Шулай ҙа бар нәмә кешенең үҙенән генә тормайҙыр тип ҡаршы төшәм һеҙҙең фекергә. Дәүләттән, уның сәйәсәтенән халыҡ бер нисек тә айырым була алмай. Бына, мәҫәлән, крәҫтиәнде алайыҡ. Көн ашамай, төн йоҡламай тырышһа ла, әллә ни мандый алмай. Әле районда ауылда эш хаҡы 12 мең самаһы ти. Өҫтән уны 17 меңгә тиклем күтәрергә бойоралар. Тик нисек итеп? Хужалыҡ уны рәхәтләнеп күтәрер ине (һәр кемдең әҙәмсә йәшәгеһе килә) әммә мөмкинселек юҡ. Иген арзан, һатып алыусы юҡ. Һин хет бишкә ярыл, байып китеп булмай.
- Проблемалар юҡ тип әйтмәйем, бәлки, берәй ҡасан барыһы ла яйланыр, шул иҫәптән ауыл хужалығында ла.
- Һеҙҙең юбилей айҡанлы эштәрегеҙ бермә-бер артып киткән ахыры. Әле лә бына саҡ тоттоҡ үҙегеҙҙе.
- Эш етәрлек. Әле спорт майҙаны булдырҙыҡ, фонтан һымаҡ бер нәмә яһап ятабыҙ. Беҙҙең персонал егәрле, һәр йәһәттән булдыра, спорт, мәҙәни сараларҙа ҡатнаша. Хатта КВН-да уйнай. Ауырыуҙар менән паралимпиадаға ла барырға әҙерләнәбеҙ.
- Беҙ эш тә эш, тип һөйләшеп ултырып, һеҙҙең шәхси тормошто онотоп ебәрҙек ахыры.
- Шәхси тормошҡа килгәндә, ҡатыным Зөлфиә минең һымаҡ уҡ врач, кардиолог, хатта кандидатлыҡ диссертацияһын яҡланы. Минең әллә күпме почет грамоталары, һаулыҡ һаҡлау отличнигы тигәндән башҡаһы юҡ әле. 3 балабыҙ бар, бәләкәйе Асҡарға ни бары өс йәш, уртансы ҡыҙыбыҙ Луиза Мораҡта мәктәптә уҡый, оло улыбыҙ Камил беҙҙең юлдан китте - медицина университетында белем ала.
- Ринат Ғәфүр улы, артабанғы тормошта яңы үрҙәр яуларға булһын, кандидатлыҡ ҡына түгел, докторлыҡ диссертацияһын яҡларға яҙһын. Шәхси тормошта ла, профессионал өлкәлә лә уңыштар юлдаш булһын. Юбилейығыҙ менән һеҙҙе.