Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
16 Октября 2017, 13:08

ЯҢЫРТЫЛҒАН БАЛАЛАР ДАУАХАНАҺЫ

Республика көнө алдынан Күмертауҙа балалар дауаханаһының яңыртылған корпусын асыу тантанаһы уҙҙы.

Республика көнө алдынан Күмертауҙа балалар дауаханаһының яңыртылған корпусын асыу тантанаһы уҙҙы.
Сағыу һүрәттәр, әкиәт геройҙары менән биҙәлгән учреждениены дауахана тип тә әйтерлек түгел. Бында бәләкәстәрҙең тиҙерәк һауығып сығыуы өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырылған. Тик аҡ халатлы кешеләр күренгәс кенә, дауахана икәне тойола.
Бер йылдан да әҙерәк ваҡыт эсендә дауаханала бар нәмә лә алыштырылды. Стеналар тигеҙләп буялған, тәҙрәләр, иҙәндәр, сантехника, яҡтыртыу һәм лифт ҡорамалдары алыштырылған, яңы мебель һәм башҡа кәрәк-яраҡтар алынған. Балалар поликлиникаһының беренсе ҡатында ла ремонт эштәре башҡарылған, теркәү урыны яңыртылған.
Тантанала ҡатнашыусы ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев һәм БР Хөкүмәте Аппаратының сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ, туризм һәм мәғлүмәт технологиялары департаменты директоры Юрий Тюленев һәр балаға йомшаҡ уйынсыҡтар бүләк итте, тиҙерәк һауығыуҙарын теләне. Дауаланып ятҡан балалар һәм уларҙың ата-әсәләре дауаханалағы шарттар менән ҡәнәғәт булыуҙарын белдерҙе.
Диана ҠОТЛОБАЕВА
Фото ҡала хакимиәте сайтынан
Читайте нас: