Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
23 Октября 2017, 13:49

ӨСӨНСӨГӘ КИЛДЕЛӘР

Шишәмбе көндө Яңы Морапталда Күмертау Реабилитация үҙәге халыҡ араһында ағартыу эше алып барҙы.

Шишәмбе көндө Яңы Морапталда Күмертау Реабилитация үҙәге халыҡ араһында ағартыу эше алып барҙы. Был уларҙың район буйлап өсөнсө сығышы (тәүгеләре Яҡшымбәт һәм Ермолаевола булғайны). Мөмкинлектәре сикләнгән бала был үҙәктә нисек ял итә, дауалана ала икәнлеге хаҡында ентекле һүҙ алып барылды. Мораптал силсәүитендә барлығы 6 ошондай льготаға ярашлы ғаилә бар, улар дәүләт күрһәткән был ярҙамды файҙаланыр, моғайын.
Диана ҠОТЛОБАЕВА фотоһы
Читайте нас: