Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
29 Декабря 2017, 17:15

ТИҘ КИЛДЕ

Күмертауға тиҙҙән 3 яңы тиҙ ярҙам машинаһы ҡайтырға тейеш, тип яҙғайныҡ.

Күмертауға тиҙҙән 3 яңы тиҙ ярҙам машинаһы ҡайтырға тейеш, тип яҙғайныҡ. Бына улар тиҙ генә ҡалаға килеп тә етте. «Моноҡалаларҙы комплекслы үҫтереү» программаһы сиктәрендә башҡарылды был эш. Машиналар хәҙерге заман талаптарына яраҡлаштырылған, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Унда дефибриллятор, ЭКГ аппараты, яһалма тын алыу аппараты, пульсоксиметр, ингалятор, шиналар йыйылмаһы, сумка, бер нисә каталка һәм носилкалары һәм кондиционеры бар.
Был машиналар федераль бюджет аҡсаһына алынған. Ноябрҙә Рәсәйҙең 59 төбәгенә 680,7 млн һумға 262 автомобиль алырға ҡарар ителгәйне. Шуныһын да әйтергә кәрәк: тик үҙебеҙҙең илдә сыҡҡан машиналар ғына һатып алынған.
Читайте нас: