Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
9 Февраля 2018, 16:26

ӘЙТКӘН ҺҮҘЕНДӘ ТОРҘО

Яңы ғына Көйөргәҙе ауылында яңы модулле ФАП асылды. Ә шуның артынан бер нисә көн үтеп тә өлгөрмәне, Күмертауҙан бер төркөм табиптар килеп, бында халыҡтың сәләмәтлеген тикшерҙе.

Яңы ғына Көйөргәҙе ауылында яңы модулле ФАП асылды. Ә шуның артынан бер нисә көн үтеп тә өлгөрмәне, Күмертауҙан бер төркөм табиптар килеп, бында халыҡтың сәләмәтлеген тикшерҙе.
Терапевт, акушер-гинеколог, оториноларинголог, офтальмолог килгән, күсмә флюорограф та алып килгәндәр. Бындай ҙа иғтибарҙан Көйөргәҙе халҡының күңеле булғандыр, барлығы 50-нән артыҡ кеше үҙен ҡаратҡан.
Врачтар, бәлки, былай бик тиҙ килә лә һалмаҫ ине, ФАП асыу тантанаһында район башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов, өҙмәй ҙә ҡуймай ныҡышып, баш врач Олег Астаховтың һүҙен алды – давай теге аҙна уҡ кешеләреңде ебәр! Олег Анатольевич әйткән һүҙендә торҙо. Киләсәктә лә табиптар Көйөргәҙе ауылы юлын һыуытмаҫ, тип ышанайыҡ.
Алина ҠАҘАҠБАЕВА, Күмертау ҡалаһы:
- Белгестәр ауылдар буйлап йөрөһә, беҙҙең Тимербайға ла килһә, һәйбәт булыр ине. Ауыл кешеләренә бигерәк ҡыйын инде, беҙгә, хатта автобустар ҙа йөрөмәй бит.
Редакциянан: Интернеттағы «Юшатыр» төркөмөнә ошондай һорау килгәс, беҙ шунда уҡ Күмертау үҙәк ҡала дауаханаһының баш врачы урынбаҫары Галина Селищеванан белештек. «Беҙҙең график әҙер. 9 февраль Бөгөлсәнгә, 21 февраль Яҡшымбәткә, 18 март Йомағужаға, ә 30 мартта Тимербай ауылына барасаҡбыҙ», - тине ул.
Читайте нас: