Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
27 Марта 2018, 12:19

АҪТЫРТЫН ҺӘМ ҠУРҠЫНЫС АУЫРЫУ

24 март — Бөтә Донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө, ни өсөн тигәндә, немец биологы Роберт Кох, микроскоп аша ҡарап, беренсе булып туберкулез ауырыуын барлыҡҡа килтереүсе таяҡсыҡтарҙы таба һәм ошо турала 1882 йылдың 24 мартында Берлин ҡалаһында физиология ойошмаһында доклад яһай. Шул көндән алып туберкулез һәм уны дөрөҫ дауалау ныҡлап өйрәнелә башлай.

Беҙҙең республикала был мәкерле ауырыуға ҡаршы көрәште Республика туберкулезға ҡаршы клиник диспансеры алып бара. Күмертау ҡалаһы диспансеры уның филиалы булып тора. Ул 78 койкаға иҫәпләнгән.
Был диспансер Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура райондары һәм Күмертау ҡалаһының ауырыуҙарын хеҙмәтләндерә. Мәләүез ҡалаһы һәм райондарынан да ауырыуҙар дауаланырға килә.
Иртә табылған туберкулез уңышлы дауалана. Шуның өсөн йыл һайын флюорография үтеп тороу кәрәк.
Читайте нас: