Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
18 Декабря 2018, 13:25

БАР ЕРҘӘ ЛӘ КӨТӘЛӘР

Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов ауылдарҙың фельдшер-акушер пункттарын тикшереүен дауам итә. Үткән кесаҙна көндө ул хакимиәт башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова, баш врач урынбаҫары Галина Селищева менән Яҡшымбәт ауыл советына ҡараған бер нисә ауылда булды.

Район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов ауылдарҙың фельдшер-акушер пункттарын тикшереүен дауам итә. Үткән кесаҙна көндө ул хакимиәт башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Люциә Хәмитова, баш врач урынбаҫары Галина Селищева менән Яҡшымбәт ауыл советына ҡараған бер нисә ауылда булды.
Яҡшымбәт ауылы пунктында тиҙҙән физкабинет эшләй башлаясаҡ, тип ҡыуандырҙы Әхәт Йәүҙәт улы осрашыуға килгәндәрҙе. Аҙаҡ абруйлы комиссия Көйөргәҙе ауылына юлланды. Быйыл февралдә бында модулле ФАП асҡайнылар. Фельдшеры Алмира Исхаҡова ауылдаштары исеменән бындай бүләк өсөн Әхәт Йәүҙәт улына рәхмәт әйтте һәм ауыл халҡының беренсе ярҙамды уңайлы шарттарҙа алыуҙарына ҡыуаныс белдерҙе.
Әйткәндәй, Көйөргәҙе ауылы өсөн шатлыҡтар бының менән генә бөтмәне, ремонттан һуң уларҙың ауылдарында оҙаҡламай клуб эшләй башлай, “Яңы йыл байрамы яңырған клубта үтәсәк”, - тине Яҡшымбәт ауыл советы хакимиәте башлығы Юнир Сынбулатов.
Түбәнге Бабалар ауылындағы ФАП-ты ла ҡараны етәкселәр. Хәтерегеҙҙә булһа, бында оҙаҡ ваҡыт фельдшер табалманылар. Әле тыумышы менән ошо ауылдыҡы булған Фәрзиә Ибраһимова эшләй. Фәрзиә Әшрәф ҡыҙы артабан да бында эшләйәсәге һәм ауылдаштары һаулығын ҡайғыртасағы хаҡында әйтте.
Быйыл Түбәнге Бабаларҙа өс бала тыуыуы ҡыуандыра. Сабыйҙарҙың яҡты донъяға тыуыуы ауылдың киләсәге өмөтлө икәнлегенә ишара. Әйткәндәй, врачтар десанты ла районыбыҙҙың ауылдары буйлап йөрөүен дауам итә. Үткән йома Ермолаево үҙәк дауаханаһы табиптары Уңғар ауылына барҙы.
Белгестәр һәр килгән кешене ихлас ҡабул итте: 41 кеше УЗИ үткән, 43 кеше офтальмологка күренгән, 35 кеше ЛОР врачында, 44 - терапевта, 15 - хирургта, 23 кеше акушер-гинекологта ҡаралған. Үҙе килә алмаған бер кешене табиптар өйөнә барып ҡараған. Врачтар десанты был аҙнала Яманһарыға барасаҡ.
Район ФАП-тары буйлап район хакимиәте башлығы, врачтар десанты йөрөүҙәре хаҡында “Юшатыр” гәзитенең Вконтакте төркөмөнә яҙғас, уҡыусыларыбыҙҙан һорауҙар килде.
“Хөрмәтле редакция хеҙмәткәрҙәре, һаумыһығыҙ! Һеҙ Яҡшымбәт амбулаторияһы тураһында мәҡәлә әҙерләйһегеҙ, тип аңланым. Шунда бер һорауҙы күтәрергә ине. Ниңә система ҡуймайҙар икән беҙҙең амбулаторияла? Халыҡ Ермолаево район больницаһына йөрөргә мәжбүр, ә унда сират бер айға һуҙылған, йәки, тиҙерәк эләгәм тиһәң, түләп керәһең. Юл йөрөүе лә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Ҡайһы берәүҙәр һөйләшеп Морапталға йөрөй. Беҙҙең табиптарҙың белеме лә, тәжрибәһе лә бар. Улар үҙебеҙҙә система ҡуя башлаһа, халыҡҡа бик яҡшы булыр ине”, - тип яҙа исеменә әйтергә теләмәгән уҡыусы.
Был хаҡта беҙгә башҡа ауылдарҙан да һорау биргәндәре булды. Һәм беҙ, белешеп, яуапты гәзиттең 95-се һанында баҫтыҡ. Унда реанимация булмаған ерҙә система ҡуйырға ярамағанлығы, берәй нәмә була ҡалһа урындағы фельдшерҙарҙың ғына ҡотҡара алмаясаҡтары хаҡында ине яуап.
Альбина Искәндәрова, Яҡуп ауылы:
- Врачтар десанты Яҡупҡа ла килһендәр ине, беҙгә бер ҙә килгәндәре юҡ. Ҡасан көтөргә икән уларҙы?
Беҙ был һорау менән Ермолаево үҙәк дауаханаһына шылтыраттыҡ.
- Быйыл Яҡупҡа барыу планлаштырылмаған, киләһе йылда яңы график төҙөлгәс, ҡасан барыу хаҡында әйтербеҙ, - тип яуап бирҙеләр.
Читайте нас: