Район дауаханаһы врачтары десанты, ауылдарға барып, халыҡтың һаулығын урында тикшереү эштәрен уңышлы дауам итә.
Был юлы улар Яманһарыға барҙы. Ауыл кешеләренең 34-е УЗИ, 41-е терапевты, 35-е офтальмологты, 24-е акушер-гинекологты, 15-е хирургты үткән.
Үҙҙәре ҡаралыуға килә алмаған 4 кешенең һаулығын врачтар өйҙәренә барып тикшергән.
Бындай врачтар десанты район ауылдары халҡы өсөн бик тә ҡулай булып сыҡты, ул үҙенең ыңғай һөҙөмтәләрен бирмәй ҡалмай. Врачтарыбыҙҙы хәҙер башҡа ауылдарҙа ла көтәләр. Яңы йылдан врачтар десанты яңынан ауылдарға сығыр, беҙҙең һаулыҡты ла тикшерерҙәр, тип өмөтләнә улар.