Түбәнге Бабалар ауылының ағинәйҙәре һәр саҡ мәҙәни, халыҡ йолаларына, ғөрөф-ғәҙәттәренә бәйле сараларҙы үткәргәндә мәктәп уҡыусыларын да саҡырмай йә уларҙы ҡатнаштырмай ҡалмай. Улар ҡышҡы саф һауала балалар менән бергәләп саңғыла шыуыуҙы ла ойоштора. Ойошма эшенең төп маҡсаты ла, әһәмиәте лә тап бына шунда - тормош тәжрибәбеҙҙе балаларға еткереүҙә, быуындар күсәгилешлелеге булдырыуҙа, ти ағинәйҙәр.