Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
29 Марта 2019, 14:35

Туберкулез ҡурҡыныс ауырыу

1982 йылда туберкулезға ҡаршы көрәш буйынса халыҡ-ара берләшмәһе 24 март көнөн Бөтә донъя буйынса туберкулезға ҡаршы көрәш көнө тип иғлан итә.

1982 йылда туберкулезға ҡаршы көрәш буйынса халыҡ-ара берләшмәһе 24 март көнөн Бөтә донъя буйынса туберкулезға ҡаршы көрәш көнө тип иғлан итә.
Туберкулез бик ҡурҡыныс һәм бик зарарлы инфекцион ауырыу булып тора. Уны таратыусы күҙгә күренмәгән туберкулез таяҡсыҡтары. Күбеһенсә туберкулез менән тормош шарттары ауыр булған кешеләр ауырый: эскеселәр, ас йөрөгәндәр, төрмәлә ултырып сыҡҡандар, бомждар, ВИЧ менән зарарлылар, эшһеҙҙәр йәки ситтә йөрөп эшләүселәр, сөнки унда ла уларҙы яҡшы йәшәү шарттары көтөп тормай. Туберкулездың 85 проценты үпкә туберкулезы тәшкил итә, фәҡәт 15 проценты ғына бүтән органдарға тура килә. Үпкә туберкулезы ныҡ таралыусан. Ауырыу кеше йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә тирә-яғындағы һауаны туберкулез таяҡсыҡтары менән зарарлай, ә һау кеше тын алғанда һауа менән бергә шул таяҡсыҡтарҙы үпкәгә ала, һәм улар үпкәгә ултыра. Яйлап үрсей һәм үпкәгә тарала. Тарҡалған урындарҙа төрлө ҙурлыҡтағы ҡыуышсыҡтар барлыҡҡа килә. Был кеше яйлап йүткерә башлай һәм туберкулез таяҡсыҡтарын үҙе лә тирә-яҡҡа тарата.
Туберкулездан инфекцион ауырыуҙар араһында беренсе урында тора. Рәсәйҙә йыл һайын туберкулездан 30 меңдән артыҡ кеше үлә.
Хәҙерге ваҡытта был ауырыуҙар һаны уртаса бер урында тора. Көстәр “тигеҙләнде”: улар беҙҙә еңә алмай, беҙ – уларҙы.
2018 йылдың мәғлүмәттәре буйынса Күмертау ҡалаһында 60 кеше иҫәптә тора һәм дауалана. 156 кеше һауығып яҙлы-көҙлө генә дауа ала. Һауығып иҫәптән төшкәндәр – 32 кеше. Был ауырыу менән үлгәндәр һаны – 5. Көйөргәҙе районы буйынса үткән йыл был ауырыу менән зарарланыусы яңы 15 кеше теркәлгән. Бер кеше һауығып китһә, 2 кеше яҡты донъя менән хушлашҡан.
Туберкулез ауырыуын яңы башланған осоронда табыу өсөн йыл һайын флюрография үтеп торорға кәрәк. Иртә табылған туберкулез уңышлы дауалана. Үҙегеҙҙең һаулығығыҙ үҙегеҙ тикшереп тороғоҙ.
Читайте нас: