Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
9 Июля 2019, 11:33

«Еңмеш инем»

Күмертау онкология бүлегендә эшләгән Гөлфиә Әхтәмова Рәсәй кимәлендә үткән «Медицина һәм фармацевтика һөнәрле иң яҡшы белгес» конкурсында ҡатнашып, 56 өлкә, алты федераль башҡарма власть органдары һәм 331 эш араһында “Иң яҡшы шәфҡәт туташы” номинацияһында 1-се урынды яуланы. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уның бәйгенән алған тәьҫораттары менән бүлешеүен һораныҡ.

Күмертау онкология бүлегендә эшләгән Гөлфиә Әхтәмова Рәсәй кимәлендә үткән «Медицина һәм фармацевтика һөнәрле иң яҡшы белгес» конкурсында ҡатнашып, 56 өлкә, алты федераль башҡарма власть органдары һәм 331 эш араһында “Иң яҡшы шәфҡәт туташы” номинацияһында 1-се урынды яуланы. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, уның бәйгенән алған тәьҫораттары менән бүлешеүен һораныҡ.
- Гөлфиә Григорьевна, беҙ ҙә һеҙҙе еңеүегеҙ менән ҡотлайбыҙ. Рәсәй кимәлендәге конкурста ҡатнашыу ауыр булманымы?
- Бәләкәй генә Ҡарай ауылы ҡыҙы Рәсәй кимәлендә 1-се урын алғас, аптырап ҡалдым. Ысынлап та, был еңеүем үҙем өсөн дә көтөлмәгәнсәрәк булды.
Ғаиләбеҙҙә биш бала үҫтек. Иң төпсөгө мин булғанғамы, бигерәк еңмеш инем. Илап булһа ла, үҙемдең һүҙемде һүҙ итергә яраттым. Мәктәптә лә, колледжда ла һәр саҡ староста булып алдан йөрөнөм, ҡайҙалыр күренмәйенсә боҫоп ҡына йәшәргә яратмайым. Бала саҡтан холҡом шулай булғанғалыр ҙа, бәлки, ошо еңеүгә өлгәшкәнмендер.
Был конкурста ҡатнашыуға мине коллегаларым этәрҙе. Күмертау дауаханаларының баш табибы Олег Астахов, баш шәфҡәт туташы Наилә Таңатарова, өлкән шәфҡәт туташы Лилиә Тимерова, профсоюз рәйесебеҙ Гүзәл Надршина, онкология бүлеге мөдире Таһир Фаттахов, һин булдыраһың, тип мине ҡанатландырып ебәрҙеләр. Һәр аҙымымды ҡеүәтләп торҙолар. Өс йылға эшләгән эштәр буйынса документтар туплап, 25 йыл эшләгән тәжрибәмде һалып фильм төшөрҙөм. Портфолионы интернет аша биҙәү яғынан РПЛИ директоры урынбаҫары Светлана Исакова ныҡ ярҙам итте. Миңә ярҙам итеп, ҡеүәтләп тороусыларҙың һәр береһенә рәхмәтлемен. Тәүҙә Күмертау буйынса беренсе урын алдым, аҙаҡ республикала еңеү яулағас, әҙерләгән материалдарымды автомат рәүештә Мәскәүгә ебәрерҙеләр. Еңеүемә ныҡ шатландым. Был конкурс - үҙемдең генә эш тәжрибәһе менән түгел, ә онкология бүлегенең, хатта дауахананың эш тәжрибәһе менән уртаҡлашыу булғандыр. Конкурстың һәр этабын үткән һайын, үҙем эшләгән онкология бүлегенең бәләкәй генә коллективы тағы ла татыуыраҡ, тағы ла яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк булып тойолдо миңә.
- Медицина юлын һайлауға нимә этәргес булды?
- Беҙҙең нәҫелдә берәү ҙә медицина өлкәһендә эшләмәй, тәүгеләрҙән булып был юлды мин һайланым. Абдул ауылында мәктәпкә йөрөгәндә ФАП урынлашҡан тыҡрыҡ аша үтә торғайныҡ. Шунда эшләгән Менәүәрә Ҡобағошова миңә ныҡ оҡшай торғайны. Ул үҙенең мөләйемлелеге, ярҙамсыллығы менән кешеләрҙе тартып торҙо. Менәүәрә апай янына кереп, уның эшен күҙәтеп ултыра торғайным. Шундағы витамин, дарыу еҫтәре минең танауға мәңгелек булып һеңделәр.
- Ә ниңә онкология бүлеге һуң?
- Салауат медицина колледжын тамамлағас, миңә ололар поликлиникаһына, балалар дауаханаһына һәм онкология бүлегенә эш тәҡдим иттеләр. Ауыр булыр унда эшләүе, тип әйтеүселәр булһа ла, онкология бүлеген һайланым. Хәҙер 25 йыл инде үҙ эшемде яратып башҡарам. Башҡа ерҙә эшләй ҙә алмаҫмын һымаҡ тоям үҙемде. Әгәр тормошом киренән башланһа, яңынан тап ошо юлды һайлар инем. Коллективым да, етәкселәрем дә ныҡ яҡшылар.
- Ни тиһәгеҙ ҙә, онкология бүлегендә эшләүе психологик яҡтан да ауырҙыр?
- Был һөнәрҙе һайлағас, эшеңде ғүмер буйына аҡ халаттай саф, тапһыҙ килеш башҡарырға кәрәктер, тип уйлайым. Ауырыуҙар һинең күҙҙәреңә генә ҡарап тора. Кәйефһеҙ керһәң, ниңә йылмаймайһың минең хәлем насармы, тип борсола башлайҙар. Мин һәр бүлмәгә кергәндә йылмайып, хәлдәрен һорап иҫәнләшеп керәм. Уларҙың да кәйефтәре күтәрелеп китә. Уларҙың операциянан һуң бер нисә йыл үткәс тағы килеүҙәре ихтимал. Пациенттарыбыҙҙың ҡалған ғүмерҙәре беҙҙең белгестәрҙең даими күҙәтеүе аҫтында үтә тиһәк тә, хата булмаҫ. Хатта туғанлашып бөтәм, ғаиләләребеҙ менән ҡатышып киткән осраҡтар ҙа бар. Һине күрһәк, йәшәге килеп китә, тиҙәр улар. Ныҡ өйрәнеп китәм, берәй хәл була ҡалһа, улар өсөн хафаланам, ҡайғырам.
Башҡорт-татар инәй-бабайҙары күп килә, русса белмәгәс, мин улар менән башҡортса һөйләшәм, тегеләр, туған йәнде осратҡандай, ҡыуанып китә.
Бер саҡ онкология бүлегенә Федоровка районынан инәй килгән. Табиптар уға инәй, бөгөнгә урын юҡ, иртәгә килерһең, тиһәләр, юҡ, балам, минең барыр ерем юҡ, ошонда ғына ултырып йоҡлайым да ҡуям, ти. Кешене нисек итеп ошондай хәлдә ҡалдыраһың, алып ҡайттым өйөмә. Рәхәтләнеп һөйләшеп ултырҙыҡ, ашаттым, йоҡлаттым, иртән алып барҙым. Бер нисә йыл үткәс, йомош менән Федоровка яҡтарына барырға тура килде. Юлда машинабыҙ ватылды. Бер машина килеп туҡтаны ла Гөлфиә Григорьевна, тип өндәшә, ә мин ул кешене белмәйем дә. Баҡтиһәң, ошо инәйҙең балаһы икән. Әсәйем һәр саҡ һине һөйләй ҙә ултыра, һине онотоу мөмкин түгел, тип беҙгә ярҙам итеп ебәрҙе. Йыш була бындай осраҡтар. Балалары ла килеп рәхмәттәр әйтеп китәләр. Ошо үҙе беҙҙең эшебеҙгә баһа түгелме ни?
- Балаларығыҙ эшегеҙҙе күреп үҫкәндән һуң, һеҙҙең юлды һайларға теләктәре юҡмы?
- Ҙур улым Айгиз Ырымбур дәүләт университетының Күмертауҙағы филиалының беренсе курсын бөттө, ә ҡыҙым Милананың ниндәй һөнәрҙе һайлары әлегә билдәһеҙ. Ул балалар баҡсаһына ғына йөрөй. Тормош иптәшем Илшатҡа рәхмәтлемен. Ул мине һәр ваҡыт аңлап, дәртләндереп тора. Шуға ла мин бар ергә лә өлгөрәм һәм уңыштар яулайым.
Балаларым, туғандарым, коллегаларым минең менән ғорурланабыҙ, тиҙәр. Әлбиттә, был – ҙур бәхет. Эшемде, һөнәремде яратам. Яман шеш менән ауырыған кешеләрҙең һәр береһенә профессиональ ярҙамдан тыш үҙемдең күңел йылыһын да бирергә тырышам. Улар менән ҡайғырам да, илайым да. Һауығып китһәләр, шатлыҡ тулы күҙҙәрен күреп, ҡанатланып китәм. Йәш булыуыма ҡарамаҫтан, үҙ ғүмеремдә төрлө һынауҙар үтергә тура килде. Яҙмышыма, балаларыма , туғандарыма, дуҫтарыма һәм эшемә рәхмәтлемен – барыһы ла миңә көрәшеп йәшәргә көс бирҙеләр. Ошо конкурста ҡатнашыу ҙа – сираттағы һынау булды.
- Гөлфиә Григорьевна, әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, киләсәктә тағы ла юғарыраҡ еңеүҙәр яуларға яҙһын.
Гөлфиә ханым үҙенең мөләйемлеге, ярҙамсыллығы менән дауаханала ятыусыларҙы ғына әсир итмәй. Ул Күмертау дауаханаларында эшләүсе шәфҡәт туташтары менән “Ынйылар” вокал ансамблен дә ойошторған. Ошо матур коллективты етәкләй. Төрлө сараларҙа ҡатнашып, ансамбль күп төрлө лауреат исемдәренә лайыҡ булған. Үҙ эшен яратып башҡарғаны өсөн уның Почет грамоталары ла, Рәхмәт хаттары ла бихисап.
Читайте нас: