Күмертауҙың психоневрологик интернатының автобусы бар. Автобус булғас, тик ултырмай, бик файҙалы эш менән шөғөлләнә - ауыл кешеләрен һаулыҡтарын тикшертер өсөн ҡалаға ташый. Атап әйткәндә, оло йәштәгеләрҙең һаулығын ҡайғырта. Демография проектына ярашлы, тап ололарҙы алып килә Күмертауға, автобустың инәй-бабайҙар оҙағыраҡ йәшәһен тип тырышҡан көнө. - Ошондай автобус булғанға беҙ бик шатбыҙ. Бында халыҡ өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған. Беҙ генә түгел, барлыҡ ауыл халҡы ҡыуанып бөтә алмай, - тигән ҡыуанысы менән бүлешә Таймаҫ фельдшеры Фирүзә Юлаева.Фотола: донъя йөҙөндә бындай автобус булғанға Таймаҫтың фельдшеры Фирүзә апай ҙа, ауыл инәйҙәре лә ифрат шат.