Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
3 Января 2020, 17:20

Ишектәрен асты

Үткән йомала Ермолаево дауаханаһының балалар поликлиникаһы бүлеге капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты.

Үткән йомала Ермолаево дауаханаһының балалар поликлиникаһы бүлеге капиталь ремонттан һуң үҙ ишектәрен асты. Бында ремонт бюджеттан тыш аҡсаға эшләнгән. Поликлиникала хәҙер бар нәмә заманса йыһазландырылған, табиптарҙың кабинеттары ла иркен, компьютерҙары ла яңы, мөмкинлектәре сикләнгән пациенттар өсөн дә барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Йәш балалы әсәләр өсөн бала имеҙеү өсөн бүлмә, кескәйҙәргә уйнап алыу өсөн майҙансыҡ та булдырылған. Бүлекте асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов барыһына ла ныҡлы сәләмәтлек, именлек теләне һәм Ҡыш бабай менән бергә балаларҙы Яңы йыл менән ҡотлап, Мәрхәмәтлек фондынан татлы күстәнәстәр таратты.
Читайте нас: