Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
7 Февраля 2020, 12:41

Өмөт, ышаныс һәм мөхәббәт...

Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көнө уңайынан, Күмертау ҡала дауаханаһының онкология бүлегендә, “Изгелек” тип аталған матур акция үтте.

Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көнө уңайынан, Күмертау ҡала дауаханаһының онкология бүлегендә, “Изгелек” тип аталған матур акция үтте. Был көндө беҙҙең бүлеккә район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов етәкселегендә райондың мәрхәмәтлек фонды, ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошмаһы вәкилдәре килде. Юлай Талха улы баш табип Олег Астахов, онкология бүлеге мөдире Таһирйән Фаттахов менән операция бүлмәһен һәм һәр палатаны ҡарап сыҡтылар. Ә инде дауаханала ятҡан ҡатын-ҡыҙҙар менән мәрхәмәтлек фонды, ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошмаһы вәкилдәре әңгәмә ҡорҙо. Гүзәл заттарға улар иҫтәлеккә бүләктәр ҙә тапшырҙы. Йылы һөйләшеү барышында бөтә коридорға шатлыҡлы көлөү тауыштары яңғыраны. Мәләүез ҡалаһынан килгән Әминә исемле ханым яулыҡтарҙы төрлөсә матур итеп бәйләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренә оҡшаған яулыҡтарҙы һайланы, донъялағы барлыҡ ауырлыҡтарҙы онотҡандай йөҙҙәрендә нурҙар барлыҡҡа килде. Уларҙың шатлыҡлы йөҙҙәрен күреп шәфҡәт туташтары ла ҡушылып китте. Был сара дауаханала түгел, ә һәр кемдең үҙ йортонда барған кеүек тойолдо. “Изгелек” акцияһынан дауаханала ятҡандар ғына түгел, ә хеҙмәткәрҙәр ҙә үҙҙәренә көс, ышаныс алды. Үҙҙәренең йөрәк йылыларын өләшеп, киләсәккә ышаныс, өмөт һәм мөхәббәт бүләк итеп, ошондай матур сара ойоштороусыларға, онкология бүлеге мөдире Таһирйән Кашап улы, хеҙмәткәрҙәр һәм дауаланыусылар исеменән ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ. Артабан да ошондай саралар йышыраҡ үткәрелеп торһон ине. Беҙ бергә булғанда барлыҡ ауырыуҙарҙы ла еңеп сығасаҡбыҙ.
Гөлфиә ӘХТӘМОВА, Күмертау ҡала дауаханаһының онкология бүлегенең шәфҡәт туташы
Читайте нас: