Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Ғинуар 2021, 02:00

ЙӘШТӘРЕБЕҘ БЕРҘӘМ

Аҡһары ауылы йәштәре Төйлөгән районының Ташлы ауылы янындағы тауға саңғы шыуырға барҙылар.

Аҡһары ауылы йәштәре Төйлөгән районының Ташлы ауылы янындағы тауға саңғы шыуырға барҙылар. Сәләмәт тормош яҡлы булған йәштәр араһында табиптар, уҡытыусылар, водителдәр, ауыл хужалығында эшләүселәр, студенттар ҙа бар ине. Ауылыбыҙҙың киләсәге булған йәштәребеҙгә ҡарап һоҡланып ҡалдыҡ. Улар өс машинаға тейәлеп барҙылар, рәхәтләнеп тау шыуып, күңелле ял итеп ҡайттылар.
Беҙ, ата-әсәләр, балаларыбыҙҙың шулай бергәләп, дуҫ-иптәштәре менән ял итергә барғандарына шатланабыҙ. Ауылыбыҙҙа йәштәребеҙҙең дуҫ йәшәүҙәренә ҡыуанабыҙ. Артабан да берҙәм, иҫән-һау булып, уңышлы ғына уҡып, ауылыбыҙҙың ныҡлы терәктәре булыуҙарын теләйбеҙ.
Аҡһары ауылы йәштәренең ата-әсәләре
Читайте нас: