Ошо көндəрҙə йөрəгем ауыртып ныҡ ҡыйын булғас Лəлə ҡыҙымды саҡырттым. Аҡ халатлы фəрештəбеҙ килде һəм мине ихласлап ҡарап тəрбиəлəне. Уның күрһəткəн ярҙамы, игелеге өсөн йөрəк түремдəн оло рəхмəтемде белдерəм. Лəлə Боҫҡановаға именлек, эшендə уңыштар телəйем. Йөрөгəн юлдарында Аллаһы Тəғəлə бəлə ҡазаһыҙ йөрөргə насип итһен. Күрһəткəн изгелектəре үҙенə меңлəтə игелектəр булып ҡайтһын.
Банат ЯМАНҺАРОВА
Ҡотлоюл ауылы