Өфөгә, медицина юғары уҡыу йортонда табип булырға йөрөгән студенттар менән осрашыуға китте ул. Янында ҡала башлығы Олег Фролов та, баш табип та бар. Кисә генә О. Астахов: йәштәрҙе ауылға арҡан менән һөйрәп тә ҡайтарып булмай, тигәйне. Шулай ҙа, был сәфәрҙән ниндәйҙер файҙа сығыр тип өмөтләнәбеҙ, йән тартмаһа ла, ҡан тарта, йәштәр, бәлки, тыуған яҡтарына ҡайтып төшөр ҙә беҙҙе дауалай ҙа башлар әле .