Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
16 Июня 2021, 14:01

Һабантуй ҡайғыһы юғалды

Район хакимиәтендә эшләгәндәрҙең 60%-ы вакцинация үткән - был юғары күрһәткес тинеләр беҙҙә. Күмертау ҡала хакимиәтендә 75 хеҙмәтҡәрҙең 12-һе генә укол һалдырған. Министр урынбаҫары асыулы, үҙегеҙ ҙә һалдырмағас, башҡаларҙан нимә көтәһегеҙ?

Күмертауға бөгөн Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары булды. Республиканың көнъяҡ зонаһынан барлыҡ түрәләр йыйылды, һүҙ бер - коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһау бик һүлпән бара, тимәк, беҙ насар эшләйбеҙ. Башҡортостанда вакцина яһатҡандар һаны 8% самаһы ғына, илдә - 15%.
Район хакимиәтендә эшләгәндәрҙең 60%-ы вакцинация үткән - был юғары күрһәткес тинеләр беҙҙә. Күмертау ҡала хакимиәтендә 75 хеҙмәтҡәрҙең 12-һе генә укол һалдырған. Министр урынбаҫары асыулы, үҙегеҙ ҙә һалдырмағас, башҡаларҙан нимә көтәһегеҙ?
Фольклориада буламы-юҡмы, Worldskills Russia яҙмышы ла әлегә билдәһеҙ. Мәскәү менән Питер ябылды, уларҙағы хәл беҙгә август-сентябрҙә килеп етә тип көтәбеҙ, тине табип. Ниндәйҙер ҡала-районда сир аҙа икән, был районды тулыһынса ябасаҡбыҙ. Бер кемгә бер ҡайҙа сыҡмай ултырасаҡ, ашарға ғына ташып торорбоҙ. Тиҙҙән кафеларҙың ябылыуы ихтимал.
Хәлдәр әлегә ошолай. Урынбаҫарҙы тыңлағандан һуң, һабантуй ҡайғыһы ла юғалды ла ҡуйҙы.
Фотола: Күмертауҙың үҙәгендә бөгөн, автобусҡа инеп, вакцина һалдырырға тиҫтәләгән кеше килде.
Читайте нас: