Все новости
Һаулыҡ һаҡлау
20 Августа 2022, 12:20

Башҡортостанда «корона» тағы баш ҡалҡыта

Коронавирусты нисек кенә оноторға теләмәйек, ул бер ҡайҙа ла китмәне һәм үҙе хаҡында белгертеп тора. Һуңғы көндәрҙә Рәсәй табиптары тәүлегенә коронавирус инфекцияһы йоҡторған 20 меңдән ашыу сирлене асыҡлай.

Башҡортостанда «корона» тағы баш ҡалҡыта
Башҡортостанда «корона» тағы баш ҡалҡыта

Бындай күрһәткестәр быйылғы йылдың мартынан булғаны юҡ ине. Бер аҙнала сир кимәле 60 процентҡа артты. Айырыуса Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Мәскәү һәм Свердловск өлкәләрендә сирләүселәр күп. Башҡортостанда ла һандар арта бара: әгәр бер ай элек коронавирус йоҡтороусыларҙың һаны тәүлегенә 50 кешенән артмаһа, хәҙер был күрһәткес 150-гә етте. Шул уҡ ваҡытта бөтә илдәге кеүек республикабыҙҙа ла ковид арҡаһында вафат булыусылар күпкә аҙыраҡ: былтырғы йыл менән сағыштырғанда коронавирусҡа бәйле үлем осраҡтары 85 процентҡа кәмене.
Ғалимдар Рәсәйҙә вирустың яңы вариантын тапты
COVID-19-ҙың үҙенсәлектәренең береһе – уның даими рәүештә мутация кисереүе. Вирус яңы шарттарға яраҡлашып, бер нимәгә ҡарамай, бирешмәҫкә, юҡҡа сыҡмаҫҡа тырыша. Ошо үҙенсәлеге арҡаһында ул кешенең иммун системаһын емереү юлдарын таба, ҡайһы бер дарыуҙарға бирешмәй башлай. Шул уҡ ваҡытта, ғалимдар аңлатыуынса, коронавирус штамдары генетик йәһәттән бик аҙ ғына айырыла, шуға күрә сир билдәләре элеккесә ҡала: биҙгәк тотоу, хәлһеҙлек, йүткереү.
Ошоға тиклем илдә «омикрон» өҫтөнлөк алып килде. Ул тиҙ йоғоуға ҡарамаҫтан, үлем осраҡтары аҙ булды, ауырыусылар уны ярайһы уҡ еңел үткәрҙе. Был ваҡытта сит илдәрҙә ауырыраҡ төр – «ниндзя» таралды. Ул Рәсәйгә үтеп инмәне тиергә мөмкин, сөнки сит илгә йөрөүселәр ярайһы уҡ кәмеп торҙо. Уның ҡарауы беҙҙә коронавирустың яңы варианты – «омикрон» һәм «дельта» штамдарының гибриды барлыҡҡа килде. Уны «Рәсәй дельтакроны» тип атап өлгөрҙөләр, сөнки башҡа илдәрҙә әлегә теркәлмәгән.
Яңы төрҙөң нимәһе менән хәүефле булыуы хаҡында һүҙ йөрөтөргә иртәрәк, ул ғалимдар тарафынан өйрәнелә генә әле. «Дельтакрон» вирустың башҡа штамдарын юҡҡа сығарырмы, «омикрон» ише йоғошло булырмы, «дельта» кеүек үпкәне ныҡ зарарлармы, иммунитетыбыҙға нисек тәьҫир итер – әлегә билдәһеҙ.
«Роспотребнадзор» идаралығы «дельтакрон» ауыр үтмәҫкә һәм артыҡ йоғошло булмаҫҡа тейеш тип, һаҡ ҡына күҙаллауҙар яһаны. Санитар табиптарҙың мәғлүмәттәренә ярашлы, әлегә ил буйынса яңы штамдың алты ғына осрағы теркәлгән: бишәүһе – Петербургта, берәү – Мәскәүҙә. Уларҙың бөтәһе лә сирҙе еңел үткәрә, өйҙә дауалана. Ведомствола белдереүҙәренсә, гибридтар барлыҡҡа килеү күп вирустарға хас, шуға күрә быны үҙенсәлекле күренеш тип әйтеп булмай.
Ревакцинация үтергә ваҡыт
Эксперттар коронавирус менән сирләү осраҡтары август аҙағы, сентябрҙә – кешеләр ялдан ҡайтып, балалар мәктәпкә барыуға ныҡ артасаҡ, артабан кәмеүгә китәсәк, тип күҙаллай. Үлем осраҡтары элеккесә күп булмаясаҡ. Табиптар бындай ыңғай күҙаллауҙы илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда алып барылған киң даирәле вакцинацияға нигеҙләй. Прививка яһатыусылар һәм коронавирус менән сирләүселәр арҡаһында йәмғиәттә иммун һаҡ ҡатламы барлыҡҡа килде. Шуға күрә COVID-19-ҙың яңы тулҡындары пандемия башланған мәлдәгесә үлем осраҡтарына килтермәй.
Штамдар үҙгәреп тороуға ҡарамаҫтан, эпидемиологтар прививканан баш тартмаҫҡа, ревакцинация үтергә саҡыра. Вакцина коронавирусҡа, айырыуса уның мутацияға бирелмәгән өлөштәренә ҡаршы көрәштә барыбер һөҙөмтә бирә, ти улар.
«Омикрон» йоҡтороуҙы нисек белергә?
Барлыҡ вируслы инфекциялар кеүек үк, коронавирус та сирле кеше йүткергәндә, сөскөргәндә, тығыҙ аралашҡанда йоға. Әгәр хроник сирҙәрегеҙ булһа, 60 йәштән оло икәнһегеҙ, күмәк халыҡ йыйылған урындарға йөрөмәй тороғоҙ, битлек кейегеҙ. «Омикрон»дың тәүге билдәләре – тамаҡ әсетеү, баш ауыртыу, хәлһеҙлек, тымау. Тән температураһы 38 градусҡа тиклем күтәрелә, әммә тейешле дарыу ҡабул иткәндән һуң төшә («омикрон»дың «дельта»нан төп айырмаларының береһе). Тағы бер үҙенсәлек: «омикрон» осрағында тәм һәм еҫ һиҙеү һәләте һирәк юҡҡа сыға. Коронавирусты ПЦР-тест ярҙамында билдәләргә мөмкин.
Ни өсөн штамдар грек алфавиты хәрефтәре менән билдәләнә
Баштараҡ яңы штамдарҙы уларҙың тәүгә теркәлгән урындары менән атағайнылар. Иҫләйһегеҙҙер, британ штамы, һинд штамы. Әммә илдәрҙе сир таратыуҙа ғәйепләмәҫ өсөн Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы грек алфавиты нигеҙендәге классификация тәҡдим итте – альфа, бета, гамма, дельта һәм башҡалар. Медицина хеҙмәткәрҙәре алфавиттың 13-сө һәм 14-се хәрефтәрен – «ню» менән «кси»ҙы төшөрөп ҡалдырҙы һәм киләһе штамды сираттағы хәреф менән «омикрон» тип атаны. Төшөрөп ҡалдырылған тәүге хәреф «ню» инглиз телендәге «яңы» тигән һүҙ менән ауаздаш. Ошоға бәйле кешеләр яңы инфекция барлыҡҡа килгән тип, хәүефләнмәһен тигән аңлатма бирелде. Ә икенсе хәреф «кси» Ҡытайҙа таралған Си фамилияһына оҡшаш. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһында аңлатыуҙарынса, улар яңы сирҙәргә һәм вирустарға атама биргәндә «мәҙәни, социаль, милли, төбәк, һөнәри һәм этник төркөмдәрҙе ҡыйырһытыуға юл ҡуймаҫҡа тырыша». «Омикрон»дан һуң атамалар барлыҡҡа килмәне, вирустың яңы штамдары «омикрон»дың төрҙәре булараҡ билдәләнә башланы.

Башҡортостанда «корона» тағы баш ҡалҡыта
Башҡортостанда «корона» тағы баш ҡалҡыта
Автор:
Читайте нас: