Все новости
ПРОКУРАТУРА ХƏБƏР ИТƏ
12 Сентября 2017, 14:27

ХОҠУҠ БАР, ӘММӘ МОТЛАҠ ТҮГЕЛ

Мәктәптәрҙә Рәсәй Федерацияһы республикаларының дәүләт телен уҡытыу һәм өйрәнеү индерелергә мөмкин, граждандар Рәсәй Федерацияһында йәшәгән халыҡтарҙың туған телен өйрәнеү хоҡуғы ала (ст. 14. Федерального закона «Об образовании в Российской Федерации»).

Мәктәптәрҙә Рәсәй Федерацияһы республикаларының дәүләт телен уҡытыу һәм өйрәнеү индерелергә мөмкин, граждандар Рәсәй Федерацияһында йәшәгән халыҡтарҙың туған телен өйрәнеү хоҡуғы ала (ст. 14. Федерального закона «Об образовании в Российской Федерации»).
Шулай итеп, Рәсәй Федерацияһы субъекттарының туған телдәрен һәм дәүләт телдәрен өйрәнергә хоҡуғы булыуы, әммә уның мотлаҡ түгеллеге закон менән нығытылған.
Рәсәй Федерацияһы субъекттарының Дәүләт телдәрен һәм туған телдәрҙе уҡытыу үҙенсәлекле башҡарыла. Бында «Рәсәй Федерацияһында белем биреү тураһындағы» Федераль закон, федераль дәүләт мәғариф стандарттары, базис уҡыу планы иҫәпкә алынырға тейеш.
Башҡорт теле һәм туған телдәрҙе өйрәнеүҙе күҙ уңында тотҡан мәктәптәрҙең уҡыу пландары законға ярашлы булырға тейеш.
Дөйөм белем биреү мәктәбе планы — сәғәттәре күрһәтелгән уҡытылған предметтар теҙмәһенән торған документ ул.
Уҡыу планын раҫлаған саҡта законға ярашлы һәр бер уҡыусының ата-әсәһенең (законлы вәкиленең) фекере иҫәпкә алынырға тейеш.
Туған телдәрҙе, шул иҫәптән башҡорт телен дә ата-әсә ризалығынан тыш уҡытырға ярамай.
Кешенең һәм граждандың хоҡуғын һәм иркен боҙған өсөн РФ Енәйәт кодексының 136-сы статьяһы буйынса енәйәти яуаплылыҡ ҡаралған. Шулай уҡ уҡыусыларға ҡарата белем биреү закондарын боҙған өсөн дә административ яуаплылыҡ ҡаралған (ч.2 ст.5.57 КоАП РФ).
Туған телдәрҙе, шул иҫәптән башҡорт телен көсләп уҡытҡан осраҡта, Ермолаево ауылы, Тыныслыҡ проспекты, 4 адресы йәки 6-22-55, 6-24-83, 6-24-80 телефондары, шулай уҡ [email protected] электрон адресы буйынса Көйөргәҙе районы прокуратураһына мөрәжәғәт итергә була.
Читайте нас: