Все новости
ПРОКУРАТУРА ХƏБƏР ИТƏ
6 Октября 2017, 14:37

БУРЫСҠА БАТҠАН

Суд приставтары Күмертауҙа бер компанияның 7 млн. һумлыҡ мөлкәтенә арест һалған.

Суд приставтары Күмертауҙа бер компанияның 7 млн. һумлыҡ мөлкәтенә арест һалған.
Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы буйынса суд приставтары бүлегенә ҙур суммалағы бурыстарын түләмәгән өсөн нефть етештереү ҡорамалдары производствоһының 7 млн. һумлыҡ 18 мең 460 метр квадрат майҙанлы күсемһеҙ милкенә арест һалырға тура килгән. 10 көн эсендә талап ителгән бурыстарын түләмәһәләр, был мөлкәт һатыласаҡ.
2017 йылдың 8 айында суд приставтары 1 587 507 мең һум бурысты түләтеүгә ирешә. Республика буйынса 10 млрд. һумлыҡ төрлө бурыстар ҡайтарылған. Был былтырғынан 1,5 тапҡырға күберәк.
Читайте нас: