Все новости
ПРОКУРАТУРА ХƏБƏР ИТƏ
21 Ноября 2017, 16:20

САЙТТАР ЯБЫЛДЫ

Күмертау прокуратураһы интернет селтәрен тикшергәндән һуң, Рәсәй Федерацияһы территорияһында рөхсәт ителмәгән эш менән шөғөлләнеүсе 3 сайтты асыҡлай.

Күмертау прокуратураһы интернет селтәрен тикшергәндән һуң, Рәсәй Федерацияһы территорияһында рөхсәт ителмәгән эш менән шөғөлләнеүсе 3 сайтты асыҡлай. Был интернет-ресурстарҙа үтә көслө тәьҫир итеүсе матдәләрҙе рецептһыҙ һатыу ойошторолған булған. Уларҙың ирекле әйләнешен Рәсәй Федерацияһының Енәйәт кодексы тыя. Шулай уҡ был эштә киң мәғлүмәт сараларын ҡулланыу ҙа рөхсәт ителмәй. Шуға күрә прокуратура судта был сайттарҙы юҡ итергә кәрәклеген белдерҙе. Суд прокуратураның талабын ҡәнәғәтләндерҙе. Судтың ҡарары ресурстарҙы ябыу өсөн Роскомнадзорға йүнәлтелде.
Читайте нас: