Все новости
ПРОКУРАТУРА ХƏБƏР ИТƏ
21 Ноября 2017, 16:22

ТӘРТИП БОҘҒАНДАР

Күмертау прокуратураһы граждандарҙың ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итеүҙәре тәртибенең боҙолоуын асыҡлаған.

Күмертау прокуратураһы граждандарҙың ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итеүҙәре тәртибенең боҙолоуын асыҡлаған.
Ҡала хакимиәтенә килгән халыҡ мөрәжәғәттәре ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары тарафынан ваҡытында һәм тулыһынса ҡаралмаған. Уларҙы ҡарау 30 көн ваҡыттан уҙып киткән.
Ошо факт буйынса Күмертау прокуратураһы ике ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫарына тейешле статья буйынса административ эш аса. Эш тикшерелгәс, мировой судья ғәйепле вазифа биләүселәргә 5-әр мең һум штраф һала.
Читайте нас: