Все новости
ПРОКУРАТУРА ХƏБƏР ИТƏ
15 Декабря 2017, 16:09

ЯУАП яҙмаған ӨСӨН

Көйөргәҙе районы муниципаль районының ауыл советтары хакимиәттәренең береһендә быйыл йәй көнө була был хәл.

Көйөргәҙе районы муниципаль районының ауыл советтары хакимиәттәренең береһендә быйыл йәй көнө була был хәл. Шәхси ҡабул итеү ваҡытында ауыл кешеһе үҙәк һыу менән тәьмин итеү системаһында тишектән аҡҡан һыуҙың әрәм-шәрәм ителеүе хаҡында ғариза менән мөрәжәғәт итә. Тик урындағы чиновниктар был мәсьәләне ҡарау һәм уға яуап биреүҙе кәрәк тип тапмай. Район прокуратураһы шул факт буйынса административ эш ҡуҙғатты һәм ауыл хакимиәте башлығына 5 мең һум күләмендә штраф һалды.
ДЕПУТАТЛЫҠТАН ҠОЛАҠ ҠАҠТЫЛАР
Бер ауыл биләмәһенең өс депутаты 2016 йылдағы килем һәм сығымдары тураһында ваҡытында тейешле урынға мәғлүмәттәр бирмәгән. Ә был «Коррупцияға ҡаршы көрәш тураһында» Федераль законды тупаҫ боҙоуға инә. Шуға ярашлы Көйөргәҙе районы прокуратураһы ауыл советы биләмәһенән уларҙы депутат статусынан мәхрүм итеү кәрәклеген талап итте, һәм өс депутат та ваҡытынан алда депутатлыҡ вәкәләттәрен туҡтатты.
Читайте нас: