Все новости
ПРОКУРАТУРА ХƏБƏР ИТƏ
12 Января 2018, 16:14

ҮҘ ЭШЕМДЕ ЯРАТАМ

Бөгөн прокуратура хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы, район прокуроры Руслан Рафаил улы Мырҙабаев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Бөгөн прокуратура хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо айҡанлы, район прокуроры Руслан Рафаил улы Мырҙабаев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- 1722 йылдың 12 ғинуарында император Петр I указы менән генераль-прокурор вазифаһы булдырыла һәм Рәсәй прокуратураһы институтына нигеҙ һалына. Шул йылдарҙан прокуратура тикшереү, күҙәтеү эшен алып бара. Хәҙерге заманда прокурорҙар вәкәләттәре күпкә киңәйҙе. Прокурор бөтә хоҡуҡ һаҡлау органдарының енәйәтселеккә ҡаршы көрәшен берләштерә, илдә законлылыҡ һәм хоҡуҡ тәртибе гаранты булып тора. Руслан Рафаил улы, һеҙҙең дә дәүләт тормошона, власть структураһына ҙур өлөш индергән был өлкәлә хеҙмәт итеүегеҙгә байтаҡ ҡына, беҙҙең районда эшләүегеҙгә лә бишенсе йыл булып китте. Уҙған йылдарға ҡарап, ниндәйҙер кимәлдә башҡарылған эштәрегеҙгә байҡау яһарға ла мөмкиндер.
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- Үҙем Баймаҡ районыныҡымын, эшемде тыуған районымда башлап, аҙаҡ Бүздәк районында дауам иттем. Хәҙер Көйөргәҙе районында эшләүемә дүрт йылдан артыҡ булды. Ҡайҙа ғына эшләгәндә лә, прокуратураға килгәндәге антыма тоғро ҡалырға, намыҫыма, ырыуҙаштарым йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырышам.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- Һеҙ эшләгән ошо өс район араһында айырмалар бармы?
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- Айырма ҙур, тип әйтеп булмай, әлбиттә. Бар ерҙә лә бер тигеҙерәк. Ауыр енәйәт күп түгел, ә урлашыу, хәйләләшеү күп. Хәйер, улар бар ерҙә лә етерлек.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- Шулай ҙа урындағы менталитет та ҙур роль уйнайҙыр. Мин бер китапта ниндәйҙер төбәктә үлтереш күп тип уҡығайным. Ниңә улай икәнлеген ентекле өйрәнгәндәр. Баҡтиһәң, ундағы халыҡ иҫерткес эсемлектәргә тиҙ бирешә икән. Бер шешә һыра эсһә, шуны ла буйына һеңдерә алмай. Шул арҡала алкоголиктар күп, улар үҙҙәрен контролдә тотмай. Шул яҡтан беҙҙә нисек? Йәмәғәтселектә ҙур шау-шыу тыуҙырған ваҡиғалар барҙыр бит?
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- Бар енәйәттәр ҙә, башлыса эскелектән сыға. Өс райондың араһында мин Көйөргәҙене билдәләп үтер инем. Тотороҡло эш урыны булмау, килем килмәү ҙә - енәйәткә алып барған аҙымдар.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- Был нимәнән килә икән?
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- Икенсе бер күренеш - эш урындары ла бар, аҡса эшләү өсөн мөмкинлектәр ҙә етерлек, тик ҡайһы бер бәндәләрҙең эшләргә теләктәре юҡ. Йорттағы енәйәттәр һаны артыуы ла һағайта.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- Прокуратура хеҙмәкәрҙәре закондан ситкә тайпылмай эшләй, һүҙ юҡ, ә бына үҙҙәрен либералдар тип йөрөткән бәғзе берәүҙәрҙе уҡыһаң, прокуратура – ул язалау органы. Һеҙ, прокуратура етәксеһе булараҡ, ошо хаҡта нисек уйлайһығыҙ?
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- Мин бының менән төптө килешмәйем. Прокурорҙарҙың эше тәү сиратта граждандарҙың, йәмғиәттең һәм дәүләттең хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәтен яҡлауҙы тәьмин итеү. Мәҫәлән, былтыр халыҡтан 250-ләп мөрәжәғәт булды. Беҙҙең тарафтан халыҡ мәнфәғәтен яҡлау буйынса күп ыңғай эштәр башҡарылды. Бигерәк тә ваҡытында хеҙмәт хаҡын түләмәү, эш хаҡын минималь хеҙмәт хаҡынан аҙыраҡ түләү кеүек проблемалар буйынса коллектив рәүештә йә аноним мөрәжәғәттәр күп булды. Беҙҙең эшмәкәрлектең төп йүнәлештәре булып торған граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһындағы ҡануниәттәрҙең үтәлеше күҙәтелде һәм был проблемалар бөтөрөлдө. Халыҡҡа ярҙам итәбеҙ. Үҙебеҙҙең инициатива менән дә ярҙам иткән саҡтар йыш була.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- Кемдер үҙ хоҡуғын яҡлауҙы һорап һеҙгә мөрәжәғәт итә, ә кемдәрҙер юҡ бит.
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- Беҙ кемдәрҙеңдер беҙҙән яҡлау эҙләп ялыу яҙғандарын йә мөрәжәғәт иткәндәрен көтөп кенә ятмайбыҙ, ә үҙебеҙ ҙә райондағы көндәлек ваҡиғаларҙы күҙәтеп барабыҙ, һәр саҡ мониторингта тотабыҙ.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- Аноним ялыуҙарҙы ла ҡарайһығыҙмы?
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- Эйе, сөнки күптәр, бигерәк тә, бөгөн ниндәйҙер ойошмаларҙа эшләп йөрөгән хеҙмәткәрҙәр аҙаҡ хужалар тарафынан эҙәрлекләнеүҙәрҙән ҡурҡалар.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- Һеҙ социаль селтәрҙәрҙе лә әүҙем күҙәтеп бараһығыҙҙыр?
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- Әлбиттә, былтыр экстремизм буйынса 24-тән артыҡ материалды интернеттан таптыҡ. Был беҙҙең районға ҡағылмай, төрлө ерҙә булыуы мөмкин, әммә беҙҙең Көйөргәҙе халҡы шунда кереп, насар юлға этәргән материалдар менән танышыу ҡурҡынысы булды.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- Мәҫәлән, кемдер Нью-Йоркта экстремизмға бәйле берәй пост яҙған икән, һеҙ уның эҙенә төшә, уны асыҡлай алаһығыҙмы?
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- Әлбиттә, быны бит беҙ ҙә һәм башҡалар ҙа күрә. Ундай насар ниәтле кешеләрҙе асыҡлағас, роскомнадзорға хәбәр итәбеҙ, улар интернеттағы шикле биттәрҙе ябалар.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- Аңлашылды. Сит ерҙә, ҙур ҡалаларҙа күбәйҙеләр ундайҙар, ә беҙҙең урындағы халыҡ араһында интернет селтәрендә тыйылған мәғлүмәт ҡуйылған осраҡтар бармы?
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- Аллаға шөкөр, беҙҙә ундай осраҡтар табылғаны юҡ.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- Ярамаған материалдарҙы үҙеңдең интернеттағы битеңә репост яһап ҡуйған өсөн дә кешеләрҙе ултыртҡан осраҡтар була. Репост яһау йә лайк ҡуйыу хоҡуҡ боҙоуға һаналамы?
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- Был осраҡта һәр ваҡиға айырым тикшерелә, шәхсән ҡарала. Ул лайк ҡуйғанда йә репост яһағанда нимә уйлауы, уның мотивын, маҡсатын асыҡлау мотлаҡ.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- Үрҙә әйтеп киткән баяғы, прокуратура – ул язалау органы, тигәнгә кире ҡайтайыҡ әле. Рәсәйҙәге барлыҡ суд ҡарарҙарының тик 0,36 проценты ғына кешене аҡлау тураһында сығарыла, хатта 1937 йылда был һан 10,3 процент, ә 1938 йылда 13,4 процент булған. Тимәк, әле 99,64 процент суд ҡарары кешене төрмәгә ултыртыу хаҡында сығарыла була түгелме?
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- Беҙҙә федераль кимәлдә ике хоҡуҡ системаһы бар. Англосаксон һәм роман-герман хоҡуҡ системалары. Беҙ роман-герман системаһын нигеҙ итеп алғанбыҙ. Англосаксон системаһында тәртип бөтөнләй икенсе, ә беҙҙә тәүҙә тикшереү эштәре башҡарыла, аҙаҡ енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тәүҙә уны территориаль начальник тикшерә, аҙаҡ юғары прокуратура ҡарай. Был ниндәйҙер бер стадияла хата китмәһен өсөн эшләнелә. Енәйәт эшен судҡа тиклемге стадияһында тикшереү маҡсатында күп эштәр башҡарыла.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- Күптән түгел суд системаһына яңылыҡ инде - суд присяжныйҙары барлыҡҡа килде. Һеҙ быға нисек ҡарайһығыҙ?
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- Дөйөм алғанда, ыңғай ҡарайым. Ул 2018 йылдың июлендә үҙ көсөнә инә. Был ҙур ҡалалар өсөн актуаль, ә беҙҙең аҙ халыҡ йәшәгән район өсөн бик отошло булмаҫ. Ләкин практика күрһәтер киләсәктә нисек булырын.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- Һеҙ телевизор ҡарайһығыҙмы? Хәҙер полиция, прокурорҙар тураһында төрлө фильмдар күп. Унда һеҙҙең братты күп осраҡта коррупционер, енәйәтсе итеп кире яҡтан күрһәтергә тырышалар. Был турала нимә уйлайһығыҙ?
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- Минең телевизор ҡарап ултырырға бик ваҡытым да юҡ. Ләкин киң йәмәғәтселектә хоҡуҡ һаҡлаусылар тураһында ыңғай фильмдар, әҙәби әҫәрҙәр күберәк булырға тейеш. Һәм, әлбиттә, беҙ үҙебеҙ ҙә саф булып ҡалырға тейешбеҙ. Шунда ғына мундирға тап төшмәйәсәк.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- Үткән йылда экстремизм, терроризм буйынса сығыш яһағанда Көйөргәҙе районында хәлдәр бик шәп түгел, тигәйнегеҙ. Был нимәнән ғибарәт?
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- 2017 йылда тикшереү ваҡытында районыбыҙҙың ике мәсетенән РФ суды менән тыйылған китаптар табылды. Һүҙ шул турала ине. Был, үҙегеҙ аңлайһығыҙҙыр, районыбыҙҙы биҙәмәй.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- Экстремизм буйынса ярамаған материалдар теҙмәһе йыш ҡына яңыртылып, үҙгәртелеп тора. Был теҙмәне күҙәтеп өлгөрөү мөмкин түгел, ә ауылда йәшәгән халыҡ ул турала ғөмүмән белмәүе лә ихтимал бит.
Руслан Рафаилович, Һеҙ беҙҙең районға ғаиләгеҙ менән килдегеҙме?
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- Эйе, тормош иптәшем дә Баймаҡ ҡыҙы. Башҡорт дәүләт университетының һалым һәм иҡтисад буйынса факультетын тамамланы. Ул һәм ҡыҙ үҫтерәбеҙ, береһенә 6, икенсеһенә 3 кенә йәш.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- Һеҙҙең эш буйынса төрлө урындарға күсеп йөрөр кәрәк, был ғаиләгә, балаларҙың психологияһына кире тәьҫир итмәйме?
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- Бының бер ҙә ҡыйынлығын күрмәйбеҙ. Киреһенсә, ғаиләмә лә, миңә лә ҡыҙыҡ та һымаҡ. Сөнки һәр нәмәнең үҙ ыңғайлыҡтары була. Беренсенән, ситкә ебәрмәйҙәр бит, ә республикабыҙҙа ғына. Икенсенән, төрлө ерҙәрҙе күрәһең, төрлө кешеләр менән танышаһың, уларҙың йәшәү рәүештәрен сағыштыраһың. Эшләйем тигән кешегә бөтә ерҙә лә эш етә. Миңә килгәндә, үҙемдең эшемде яратам.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- Һеҙҙең ҡулығыҙға эләкмәҫ өсөн районыбыҙ халҡына нимә тип өндәшер инегеҙ?
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- Иң беренсенән спиртлы эсемлектәр менән буталмаһындар, тиер инем. Сөнки бар бәлә лә шул эскелектән башлана. Икенсенән, эшләһендәр, әгәр кеше нимә менәндер мәшғүл икән, яманлыҡ ҡылырға түгел, хатта уйларға ла ваҡыты ҡалмаясаҡ.
Малик ИЛЬЯСОВ:
- Руслан Рафаилович, әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙе һәм һеҙҙең ҡул аҫтында эшләүселәрҙе һөнәри байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ!
Руслан МЫРҘАБАЕВ:
- Рәхмәт. Мин дә ғүмерҙәрен законға хеҙмәт итеүгә арнаған эшһөйәр коллегаларымды байрам менән ҡотлайым. Район прокуратураһында законлылыҡты һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итергә һәләтле берҙәм коллектив эшләй. Еңел булмаған һәм етди эштәрендә уңыштар теләйем.
Автор фотоһы
Читайте нас: