Күмертау ҡалаһының 50 йәшлек бер эшҡыуары контрафакт продукция һатыу менән шөғөлләнә. Иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлеге был хаҡта белеп ҡалып, уға ҡарата тикшереү эштәре башлай. Был йомро баш эшҡыуар тикшереү иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы көрәш бүлеге хеҙмәткәренә 15 мең һум ришүәт тәҡдим итә. Инде лә көтөлмәгән бәләнән ҡотолдом, тип аҡсаны уның ҡулына биреүе була, шунда уҡ полиция тарафынан ҡулға ла алына. Уның енәйәти эше ҡарау өсөн ҡала прокуратураһына тапшырыла. Прокуратура эшҡыуарҙың ғәйебе бар тип документтарҙы Күмертау район-ара судына ебәрҙе. Ришүәтсе законға ярашлы оҙаҡламай тейешле язаһын аласаҡ.