Все новости
ПРОКУРАТУРА ХƏБƏР ИТƏ
20 Апреля 2018, 13:01

КЕШЕ АҠСАҺЫНА КҮҘЕ ҠЫҘҒАН

Күмертау ҡалаһының микрофинанслау учреждениеларының береһендә менеджер булып эшләгән 28 йәшлек ҡатын, гел аҡса менән эш иткәс, кеше аҡсаһына күҙе ҡыҙып, шуларҙың бер аҙ өлөшөн үҙ кеҫәһенә һалырға булған.

Күмертау ҡалаһының микрофинанслау учреждениеларының береһендә менеджер булып эшләгән 28 йәшлек ҡатын, гел аҡса менән эш иткәс, кеше аҡсаһына күҙе ҡыҙып, шуларҙың бер аҙ өлөшөн үҙ кеҫәһенә һалырға булған. Ул биш заемсынан займдарын тулыһынса һәм ваҡытынан алда ҡаплау өсөн микрофинанслау ойошмаһы иҫәбенә ҡабул ителергә тейешле 115 мең һум аҡсаны иҫәпкә индермәгән, уларҙы рәхәтләнеп тотонған. Заемсыларҙың бурыстары бар икәнлеге смс аша уларға билдәле булмаһын өсөн, был ҡатын аҙна һайын тегеләрҙең бурыстарын әҙләп кенә түләп барған кеше булған. Интернет аша кеше алдап буламы ни: бер көн килеп тотолған.
Кеше аҡсаһын ошондай юл менән урлау енәйәт тип атала. Ә енәйәтсе закон һәм суд алдында яуап бирергә тейеш. Әле был ҡатындың енәйәти эше Күмертау район-ара судына ебәрелде.
Читайте нас: