Айырым граждандарға Интернет аша бурыстарын түләү өсөн банк рекивизиттары күрһәтелгән суд бойороҡтары килә. Был мутлыҡтың бер төрө булырға мөмкин. Ҡайһы бер йылғыр әҙәмдәр суд документтары менән мутлыҡ ҡылмаһын, ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар дөрөҫ эш итһен өсөн, суд бойороғоноң нисегерәк булыуын граждандарға төшөндөрөү мөһим, тип иҫәпләйбеҙ.
РФ Граждандары процессуаль кодексының 127-се статьяһына ярашлы суд бойороғонда түбәндәгеләр мотлаҡ күрһәтелә:
– асылған эш номеры һәм бойороҡ сығарыу датаһы;
– судтың исеме, бойороҡ сығарған судьяның фамилияһы, исеме, атаһының исеме,
– яза бирелеүсенең йәшәгән йә әле ваҡытлыса йәшәгән урыны, фамилияһы, исеме, атаһының исеме,
– теге йә был талаптың ниндәй закон нигеҙендә ҡәнәғәтләндерелеүе;
– түләнергә тейешле дәүләт пошлинаһы;
– аҡса күсереү өсөн яза биреүсенең банк иҫәбе рекивизиттары.
Суд бойороғо махсус бланкта ике данала төҙөлә, уға судья ҡултамғаһын ҡуя. Суд бойороғоноң бер данаһы судта ҡала, икенсеһе бурыслыға, йәғни яза бирелеүсегә заказлы хат һәм уведомление менән ебәрелә.
Был документтың номеры буйынса әлеге суд бойороғоноң ысынлап та Интернетҡа индерелгәнме әллә юҡмы икәнлеген тикшереп асыҡлай алаһығыҙ. Бының өсөн РФ-ның Дәүләт автоматлаштырылған «Правосудие» системаһының хеҙмәт күрһәтеүенән файҙалана алаһығыҙ. Интернетҡа ҡуйылған һәр бер суд бойороғона ышанып бармағыҙ, уларҙы ныҡлап тикшерегеҙ.