Все новости

УЛАРҒА ЛА ЗАКОН БАР

Прокуратура органдары эшендәге төп йүнәлештәрҙең береһе булып хоҡуҡ һаҡлау органдары эшен үҙ эсенә алған енәйәти-хоҡуҡи статистика өлкәһендәге законлылыҡҡа күҙәтселек итеү иҫәпләнә.

Прокуратура органдары эшендәге төп йүнәлештәрҙең береһе булып хоҡуҡ һаҡлау органдары эшен үҙ эсенә алған енәйәти-хоҡуҡи статистика өлкәһендәге законлылыҡҡа күҙәтселек итеү иҫәпләнә.
Был яҡлап Күмертау прокуратураһы тарафынан 2018 йылдың 9 айында 80 законлылыҡты боҙоу осрағы асыҡланған. Шуларҙың 79-ы - енәйәтселекте иҫәпкә алғандағы закон боҙоуҙар, 1-әүһе - федераль статистика күҙәтеүҙәре (отчеттары) формаларын формалаштырыуҙағы етешһеҙлектәр.
Асыҡланған закон боҙоуҙар буйынса ҡала прокуратураһы Тикшереү комитеты, полиция, суд приставтары хеҙмәтенә тейешле документтарҙы тултырып ебәрҙе, уларҙы ҡарау һөҙөмтәһендә хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләүсе 16 вазифа биләүсе дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды.
2018 йылдың 9 айы эсендә Күмертау прокуратураһы тарафынан тәү иҫәпкә алыу документтарына тейешле корректировкалар индерелде. Прокурор тикшереүҙәре акттары һөҙөмтәләре буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдарының ҡайһы бер вазифа биләүселәренә шулай уҡ тәртип боҙған өсөн тейешле яза бирелде.
Читайте нас: