Все новости
ПРОКУРАТУРА ХƏБƏР ИТƏ
19 Ноября 2019, 12:39

Уға ярамаймы ни?

Район прокуроры ярҙамсыһы Ирина Чегодаева хәбәр итеүенсә, был хәл август айының эҫе көндәренең береһендә булған.
Йәйге селләлә эсеүҙәре ныҡ ауыр, ҡайнар ҡояш аҫтында һалмыш көйө кем йөрөгән, шул ғына белә. Шулай ҙа эскең килгәс, көн торошона ҡарап, тыйылып ултырып булмай, организм талап итә икән, тимәк, эсергә кәрәк. Бигерәк тә ауыл депутаты булһаң бер ниндәй кәртә булырға тейеш түгел - ауылға ул хужа, халыҡ йомошо, тип йөрөп йонсотто, аҙыраҡ тәнен яҙып алһын, йәненә ял бирһен әле тип Мораптал ауылы советы депутаты үҙенә үҙе байрам яһап алырға була.
59 йәшлек ир-депутат эшендә ултырған 70 грамм араҡыны йотоп ҡуя, типһә тимер өҙөрҙәй ир өсөн 70 грамм нимә инде, тел осона ла етмәй ҡала һәм ир кеше скутерына ултыра ла магазинға елдерә. Депутатабыҙ магазиндан араҡыны алып, матур ғына итеп ҡайтып килгәнендә, юлына ГИБДД егеттәре сыға ла баҫа, ҡороғор. Баҡһаң, ГАИ өсөн был ир күптәнге таныш икән, ғинуар айында ғына иҫерек килеш руль артында тотҡан булғандар, уныһында ауыл депутаты медицина экспертизаһы үтеүҙән баш тартҡан булған да праваһын алдырған. Бына йәйҙең матур көндәрен тағы ла нығыраҡ йәмләйем тип йөрөгәнендә йәнә эләкте. Халыҡ өсөн янып йөрөгәнен аңлаймы ни ГИБДД. Шулай ҙа ир погонлыларға аңлатып ҡарай: скутер транспорт түгел, машина йәки тракторҙа китеп барһам бер хәл, ебәрегеҙ мине, аптыратмағыҙ. Депутат мин, халыҡтың тормошон яҡшыртам, тип йөрөйөм.
Аңламаған кешегә барыбер аңлатып булмай: иргә 200 сәғәт мәжбүри эш эшләргә, тигән ҡарар сығаралар һәм праваһыҙ йөрөүҙе ике йылға тиклем һуҙалар. Була торған хәл, хатта бөйөк кешеләр ҙә скутер менән иҫерек килеш тотолғаны бар, Ж. Депардье бер йылы шулай уҡ скутерҙа ҡыйыш тейәгән килеш эләкте. Бөйөктәргә ярағанды, ауыл депутатына ла яраймы ни?
Читайте нас: