Все новости
ПРОКУРАТУРА ХƏБƏР ИТƏ
14 Января 2020, 11:40

10 енәйәтсе

Ошо көндәрҙә Күмертау суды 10 кешенән торған енәйәт төркөмөнә ҡарар сығарҙы.

Ошо көндәрҙә Күмертау суды 10 кешенән торған енәйәт төркөмөнә ҡарар сығарҙы. Уларҙың барыһы ла наркотик матдәләр һатыу ойоштороуҙа ғәйепләнә.Күмертауҙа йәшәүсе 2 кеше наркотөркөм ойоштороп, интернет-магазин аша Башҡортостан буйынса наркотиктар һатыу менән булышҡан. Енәйәтселәргә 21-43 йәш. Был енәйәт эшен полиция хеҙмәткәрҙәре 2018 йылдың ғинуарында уҡ белеп ҡала һәм уларҙан 3 кг тыйылған матдә, электрон үлсәү, полимер пакеттар һәм кәрәҙле телефондар тартып алына.Ғәйепләнеүселәр үҙ ғәйебен шунда уҡ таный. Суд уларға 5 йылдан алып 10 йыл да 6 айға тиклем иркенән мәхрүм итеп, ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәреү ҡарары сығарҙы.
А.Н. ДОРОШКЕВИЧ,Күмертау ҡалаһы прокуроры урынбаҫары,юстиция советнигы
Читайте нас: