ПРОКУРАТУРА ХƏБƏР ИТƏ
24 Января 2020, 06:25

Интернет аша эш иткәндәр

Салауат ҡалаһында наркотөркөм ойоштороусы дүртәү суд алдында яуап бирәсәк.

Добавить в предпочтительные источники Google
Салауат ҡалаһында наркотөркөм ойоштороусы дүртәү суд алдында яуап бирәсәк. Улар тыйылған матдәләр һатыуҙа ғәйепләнә. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 2018 йылда 22 йәштән алып 32 йәшкәсә тиклемге енәйәтселәр интернет-магазин аша синтетик наркотик һатыу буйынса эшкә урынлашҡандар һәм Ишембай, Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында һатыу иткәндәр. Наркотиктарҙы улар йәшерен урындар аша таратҡан, ә һатып алыусылар аҡсаны уларҙың банк карталарына күсергән. Әлеге ваҡытта ғәйепләнеүселәр һаҡ аҫтында, береһе лә үҙ ғәйебен танымай, тип хәбәр итә прокуратура. Енәйәт эше ҡала судына ебәрелгән.
Үҙ мәғлүмәттәребеҙҙән
Читайте нас