Все новости
ПРОКУРАТУРА ХƏБƏР ИТƏ
25 Февраля 2020, 12:27

Юл фажиғәһе

Таджикстан гражданы үлемесле юл-транспорт фажиғәһе өсөн иркенән мәхрүм ителә.

Таджикстан гражданы үлемесле юл-транспорт фажиғәһе өсөн иркенән мәхрүм ителә. Күмертау район-ара суды ваҡытлыса Өфө районында йәшәүсе 24 йәшлек Таджикстан гражданына ҡарар сығара. Ул РФ Енәйәт кодексының 264-се статьяһының 3-сө бүлеге (юл ҡағиҙәһен боҙоу һәм уйламаҫтан кеше үлтереүенә килтереү) буйынса ғәйепле итеп иҫәпләнә. Был кеше «Газель» машинаһында Ырымбурҙан Өфөгә ҡауын ташыған. Былтыр август айында, йөк машинаһы водителе Өфө-Ырымбур автоюлының 260-сы километрында руль менән идара итә алмайынса ҡаршыға килеүсе машиналар юлына сыға һәм ЛАДА-211440 маркалы автомобиле менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә 34 йәшлек еңел автомобиль водителе шунда уҡ һәләк була. Ғәйепле үҙ ғәйебен таный. Суд ғәйепле кешене 1 йыл да 6 айға иркенән мәхрүм итә һәм колонияға ебәрә. Шулай уҡ ул 2 йыл да 6 айға автомобиль менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителә. Мәрхүм булған егет ата-әсәләренең берҙән-бер улы була. Ғәйепле кеше мәрхүмдең ата-әсәһенә 600 мең һум компенсация түләргә лә тейеш була.
Көйөргәҙе районы прокуратураһы
Читайте нас: