Көйөргәҙе районы прокуратураһы район кешеһенең ялыуы буйынса һалым закондарын боҙоуҙы асыҡлаған. Үткән йылдың июль айында Башҡортостан Республикаһы буйынса 25-се федераль һалым инспекцияһы хеҙмәткәре 16 йәшлек үҫмергә транспорт һалымы буйынса 202 һум да 75 тинде түләп бөтмәүе һәм пеняһы тураһында хат ебәрә. Август айында шул уҡ үҫмергә ВАЗ-11113 автомобиле өсөн 330 һум транспорт һалымы түләргә кәрәклеге хаҡында тағы ла белдереү ҡағыҙы килә. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре был автомобилдең Волгоград өлкәһендәге бер үк фамилиялы 1987 йылғы кешегә теркәлгән булыуын асыҡлай. Шулай итеп Көйөргәҙе районы үҫмере закон буйынса бер ниндәй ҙә һалым түләргә тейеш булмауы билдәле була. Законды боҙоу осрағы буйынса Башҡортостан Республикаһы буйынса 25-се федераль һалым инспекцияһы начальнигына хат ебәрелә һәм үҫмерҙең һалым бурысы юҡ ителә.