Коррупцияға ҡаршы законды боҙғаны өсөн Күмертауҙағы бер коммерция фирмаһына штраф һалына.Күмертау ҡалаһы прокуратураһы «Инвест» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең коррупцияға ҡаршы закондың үтәлешен тикшерә һәм уларҙың 2018 йылдың август айында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса янғын-ҡотҡарыу бүлегенең урындағы элекке начальнигы менән хеҙмәт килешеүе төҙөгәнен асыҡлай. «Коррупцияға ҡаршылыҡ тураһында»ғы Федераль законды боҙоп, предприятие элекке эш урынына яҙма рәүештә хәбәр итмәгән. Шуға күрә ҡала прокуроры был йәмғиәткә ҡарата РФ административ хоҡуҡ боҙоуҙың 19.29-сы статьяһы (элекке дәүләт хеҙмәткәрен законһыҙ рәүештә эшкә йәлеп иткәне өсөн) буйынса административ хоҡуҡ боҙоуҙары хаҡында эш ҡуҙғата. Мировой судья «Инвест» йәмғиәтенә 50 мең һум штраф һала. Бынан тыш ойошма етәксеһе адресына шелтә белдерелә. Күҙәтеү ведомствоһының талаптары ҡәнәғәтләндерелә, асыҡланған хоҡуҡ боҙоу эше төҙәтелә.А. Н. ДОРОШКЕВИЧ,Күмертау ҡалаһы прокуроры урынбаҫары, юсиция советнигы