«Сапсан арена» - “Республиканың 100 йыллығына 100 объект” исемлегенә ингән төҙөлөштәренең береһе. Уны төҙөү 2015 йылда башлана, подрядсыһы итеп ЯСЙ «Акрополь» ойошмаһы билдәләнә. 2018-се йылдың декабрь айында боҙ һарайы ҡулланыуға тапшырыла. Аҡса менән, ҡаланың был ҙур төҙөлөшөнә социаль йүнәлтмә программаһы фонды аша ААЙ «Башнефть» нефть компанияһы ярҙам итә. 2018 йылда хәбәр итеүҙәренсә, төҙөлөш суммаһы 334,6 млн һумға барып сыға.