Все новости
Иҡтисад
31 Августа 2017, 16:23

КҮМЕРТАУ ҘУР ФОРУМ ЙЫЙҘЫ

25 августа Күмертауҙа БР Эшҡыуарлыҡ көнө билдәләнде. Республика масштабында был байрамды билдәләү хәҙер йолаға әүерелде.

25 августа Күмертауҙа БР Эшҡыуарлыҡ көнө билдәләнде. Республика масштабында был байрамды билдәләү хәҙер йолаға әүерелде.
Сараның маҡсаттары — республиканың эшҡыуарлыҡ берләшмәләренең әүҙемлеген арттырыу, эшҡыуарҙарҙы кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү мөмкинлектәре һәм ойошмалары менән таныштырыу, муниципаль-ара бәйләнештәрҙең сифатын күтәреү.
Эш программаһы «Һорау-яуап» форматындағы асыҡ диалог менән башланып китте. Был ҙур эшҡыуарлыҡ форумында ҡатнашыусыларға туранан-тура спикерҙарға — Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдиновҡа, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Азат Фазлыевҡа һорау биреү бәхете тәтене. Күпселек һорауҙар эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүсе гранттар алыу, һалым түләүҙе кәметеү мәсьәләләренә ҡағылды.
Сессияла спикер сифатында сығыш яһаусы ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев Күмертауҙа эшҡыуарлыҡ хәлен яҡшыртыу эштәрен башҡарыуҙа ярҙам итеүселәргә рәхмәт әйтте. «Ике тиҫтә йыл эсендә Күмертауҙа власть һәм эшҡыуарлыҡтың партнерҙарса хеҙмәт итеүе ойошторолдо. Беҙҙең барыбыҙҙың да бурыстар дөйөм бит — производствоны һәм социаль өлкәне үҫтереү, ҡала халҡының етешлеген күтәреү, яңы эш урындары булдырыу. Артабан да беҙҙең мөнәсәбәттәр шулай асыҡ һәм ышаныслы булыуын теләйем. Беҙ ошо ышанысты һаҡларға тырышасаҡбыҙ», - тине ул.
Журналистарҙың һорауҙарына яуап биргән саҡта Вячеслав Ғиләжетдинов шундай ҙур форумды ни өсөн быйыл Күмертауҙа үткәреүҙәрен аңлатты: «Күмертау ҡалаһы эшҡыуарлыҡ хәле буйынса республиканың ҡала округтары араһында ике йыл рәттән беренсе урынды алды. Шуның өсөн дә ҡалаға шундай мөмкинлек бирелде. Бында идара итеүсе команданың эше юғары кимәлдә», - тип билдәләне ул.
Форум программаһында шулай уҡ түңәрәк өҫтәлдәр, оҫталыҡ дәрестәре, семинарҙар, тренингтар һәм эшлекле уйындар үткәрелде. Эшҡыуарҙар бер-береһе менән аралашты, тәжрибәләре менән уртаҡлашты, уңыштарға һөйөндө. Һәр саҡ тығыҙ эш графигы менән эшләүселәргә ошолай итеп бергә күмәкләшеп осрашыу үҙе бер уникаль күренеш булып тора.
300-ҙән ашыу ҡатнашыусыны берләштереүсе эшҡыуарлыҡ форумы барышында төрлө экскурсиялар ҙа үткәрелде. «Взлетный» паркына, «Ойлтиммаш», «Санйын гипс эшкәртеү комбинаты», «Маяҡ май экстракцион заводы» йәмғиәттәренә сәйәхәт ҡылды улар. Шулай уҡ ҡала поликлиникаһының заманса регистратураһы менән дә танышып сыҡты ҡунаҡтар.
Р. ҒӘЛИЕВА
Фото ҡала хакимиәте сайтынан
Читайте нас: