Все новости
Иҡтисад
29 Сентября 2017, 14:45

ЯҢЫ ПАРК ТЫУҘЫ

26 сентябрҙә Күмертауҙа «Киләсәкте үҙебеҙ үҫтерәсәкбеҙ» тип аталған өс көн дауамында барасаҡ акция старт алды.

26 сентябрҙә Күмертауҙа «Киләсәкте үҙебеҙ үҫтерәсәкбеҙ» тип аталған өс көн дауамында барасаҡ акция старт алды. Уның тәүге көндәрендә «Взлетный» паркына 319 алмағастың тәүгеләрен ултыртыу хоҡуғы алған уҡыусылар йыйылды. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: бында Рәсәйҙең 319 моноҡалаһы хөрмәтенә алмағастар ултыртыу планлаштырылғайны. Акция интернет селтәрендәге «Вконтакте»лағы ҡала хакимиәте официаль төркөмө аша тура эфирҙа барҙы һәм башҡа моноҡала халҡы ла был күренеште күҙәтеп барыу бәхетенә иреште.
Кисә был акцияның һуңғы көнөндә ҡалала Инвестицион пикник уҙҙы. Унда Внешэкономбанктың рәйесе урынбаҫары, «Моноҡалаларҙың комплекслы үҫеше» өҫтөнлөклө программаһы етәксеһе Ирина Макиева, Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков, ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев һәм Рәсәйҙең эре ҡалаларынан, Ҡытайҙан төрлө инвесторҙар, үҫеш федераль институты вәкилдәре ҡатнашты.
Ҡунаҡтар Маяҡ майэкстракцион заводында түңәрәк өҫтәл артында йыйылышып әңгәмәләштеләр, заводтың эше менән яҡындан таныштылар. Буласаҡ инвесторҙарға элекке «Искра» машина эшләү заводының инвестицион майҙансыҡтары һәм шулай уҡ урындағы «Халис», «Ойлтиммаш» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре, Күмертау авиация етештереү предприятиелары күрһәтелде.
Был көндө ҙур байрам — «Взлетный» паркын асыу тантанаһы уҙҙы. Ҡунаҡтарҙың ҡотлау һүҙҙәренән һуң күккә шарҙар осороу, төҫлө салюттар ебәреү, алмалар менән һыйлау кеүек матур саралар ойошторолдо.
Читайте нас: