Форумда районыбыҙҙан иҡтисад, финанс һәм инвестициялар буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары Айрат Зөбәйеров, иҡтисад бүлеге начальнигы Ольга Алексеева, шәхси эшҡыуарҙар Вера Фросина, Артем Дьяченко, Александр Абрамов, Рәмилә Юлбарисова һәм Фанинур Басимова ҡатнашты. Көн барышында түңәрәк өҫтәлдәр, төрлө ултырыштар һәм тәжрибә уртаҡлашыу өсөн фәһемле мастер-кластар булды. Беҙҙең район хакимиәте финалистар менән бергә “Инвестиция торошон яҡшыртыу һәм эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүҙә иң яҡшы муниципаль практика” номинацияһында ҡатнашты. Нейс-кәңәшмәлә Айрат Венер улы доклад һәм видеороликтар менән районыбыҙ исеменән сығыш яһаны.