Все новости
Иҡтисад
24 Октября 2017, 12:02

БЕҘҘӘ ЕТЕШТЕРЕЛӘСӘК

Кәрәсин, тиҙәк, хатта утын яғыу замандары тарихта ҡалды: беҙ хәҙер цивилизациялы кешеләр – газ яғабыҙ. Дөрөҫ, райондың һәр ауылында ла газ бар, тип әйтеп булмай, шулай ҙа газ газ инде, барыһы ла уның булғанын теләй. Зәңгәр яғыулыҡ шәхси йорттарҙа ғына түгел, бигерәк тә сәнәғәт өлкәһендә киң ҡулланыла – күмер-фәләнде һанға һуҡмайбыҙ хәҙер. Шуға ла газ ҡулланыу йүнәлешен нисек тә алға ебәреү – властың иғтибар үҙәгендә.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов, Көйөргәҙе районында тиҙҙән шыйыҡландырылған газ етештереү асыласаҡ, тип ҡыуандырҙы. Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау идаралығы базаһында ойоштороласаҡ был яңы сәнәғәт төрө. Метан-водород яғыулығы сығарыу ҡорамалдары эшләү буласаҡ бында. Әлеге әйтелгән яғыулыҡ экологик яҡтан тап-таҙа, XXI быуатҡа торошло була, ҡасан ғына был беҙҙең өсөн хыял ине, тип шатлығын йәшермәне Республика Башлығы.
«Юшатыр», мәсьәләгә асыҡлыҡ индереүен һорап, Ҡансыра ер аҫты газ һаҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары Александр Насировҡа мөрәжәғәт итте.
- Ҡасандыр беҙҙең район аша Ҡытай ебәк юлы үтергә тейеш (ҡасан булыр, билдәһеҙ әлегә), ошоға бәйле ҡытайҙар үҙенең талаптарын ҡуя: ошо юлда һәр 50-100 километр һайын газ заправкалары булырға тейеш. Хәҙер беҙҙекеләр ошо талаптарҙы үтәргә тырыша ла инде. Беҙҙең идаралыҡ әлегә ер аҫтында эҫе газ ғына һаҡлай, ҡытайҙар теләгәнсә газ тултырыу станцияһы төҙөһәк, беҙ газды өҫкә сығарырға, һыуытырға тейеш булабыҙ, был ныҡ ҡыйбат проект, хаҡы 50 миллиард һум. Газпром аҡсаһына эшләнәсәк. Яңы эш урындары булырмы тигән һорауға булыр, тик күп түгел, тип яуап бирәм. Тик былар барыһы ла ҡасан тормошҡа ашыр, билдәһеҙ.
Читайте нас: