Все новости
Иҡтисад
27 Октября 2017, 14:50

ҺӘР ОСРАҠ АЙЫРЫМ ҠАРАЛА

Бер ауылдан шылтыраталар: халыҡ һалым органдарынан килгән квитанцияларын тотоп силсәүиткә ағыла, ә ауыл хакимиәте ошо эшкә күмелеп, ҡалған мәшәҡәттәренә тотона алмай. Баҡһаң, Һалым инспекцияһы 2014 йылға яңы квитанциялар ебәргән (ул йыл өсөн халыҡ бар һалымын түләгән булһа ла), ҡағыҙҙа күрһәтелгән хаҡ элеккеһенән әллә күпмегә юғары икән.

Бер ауылдан шылтыраталар: халыҡ һалым органдарынан килгән квитанцияларын тотоп силсәүиткә ағыла, ә ауыл хакимиәте ошо эшкә күмелеп, ҡалған мәшәҡәттәренә тотона алмай. Баҡһаң, Һалым инспекцияһы 2014 йылға яңы квитанциялар ебәргән (ул йыл өсөн халыҡ бар һалымын түләгән булһа ла), ҡағыҙҙа күрһәтелгән хаҡ элеккеһенән әллә күпмегә юғары икән.
Шылтыратып белешеп ҡараһалар, тегендә ултырғандар ергә кадастр хаҡы үҙгәрҙе, шуға ла өҫтәмә түләү һорайбыҙ, ти. Хатта пай ерҙәренән баш тартҡан кешеләргә лә килгән икән квитанция. Бына ғәләмәт, кемгә ни өсөн түләргә икәнен дә белмәй аптыраша халыҡ.
Етмәһә, Һалым инспекцияһы Ишембайҙа бит, унда беҙҙең редакция элегерәк шылтыратып ҡарағаны булды, берәй нәмә белешә башлаһаң, осона ла сығырлыҡ түгел. Шулай ҙа был мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп ҡараныҡ. РФ-ның БР буйынса 25-се һанлы район-ара һалым инспекцияһы начальнигы урынбаҫары Татьяна Коростова аңлатыуынса, бында һәр бер осраҡты айырым рәүештә ҡарарға тура килә. Ҡайһы бер кешеләрҙең бер нисә күсемһеҙ милке булырға мөмкин. Мәҫәлән, пай ере өсөн түләгән, ә йорто урынлашҡан ер өсөн түләмәгән. Пай ерҙәренән баш тартҡан кешеләр ҙә хакимиәткә мөрәжәғәт иткәндәрҙер ҙә, Росреестрға барып иҫәптән төшмәгәндәрҙер, бәлки. «Беҙгә мәғлүмәт Росреестрҙан килә. Шунда барып, йә сайтына инеп үҙеңдең күсемһеҙ милкең тураһында мәғлүмәт алырға кәрәк», - тип кәңәш итте ул. Шулай булғас, һалым түләүселәрҙең үҙҙәренә был йәһәттән әүҙемерәк булырға кәрәк.
РS. Элек Һалым инспекцияһының төп контораһы Күмертауҙа ине, елле итеп бина ла төҙөп ҡуйҙылар. Тик матур ғына эшләп ятҡан ерҙән бер мәл начальниктары ниндәйҙер эшҡыуарҙан аҡса алғанда тотолдо. 250 мең һум тотторғанында быны ҡулынан эләктерҙеләр. Шул хәлдән һуң баш офисты Ишембайға күсерер булғандар, тиҙәр. Ә теге начальник ултырамы тиһегеҙме? Юҡсы, шартлы рәүештә иркенән мәхрүм иттеләр, 70 мең самаһы штраф булды, ахыры. Ҡайҙалыр эшләп йөрөй ул. Бына әле ошо орган ни өсөндөр өҫтәмә аҡса таптыра. Хәс тә теге элекке начальник эшҡыуарҙан ришүәт алғандағы һымаҡ.
Читайте нас: