Все новости
Иҡтисад
14 Ноября 2017, 19:22

АҠБАЛСЫҠҠА ХУЖА ТАБЫЛДЫ

Ер-һыуҙарға байбыҙ, Аллаға шөкөр, Көйөргәҙе районында ҡарар нәмә күп, тиҙҙән туристик кластерға ла эләгеп, Ҡытай юлы үтһә, ныҡлап үҫешеп китер ине. “Юшатыр” күп тапҡырҙар райондың балсыҡҡа бай булыуын яҙҙы.

Ер-һыуҙарға байбыҙ, Аллаға шөкөр, Көйөргәҙе районында ҡарар нәмә күп, тиҙҙән туристик кластерға ла эләгеп, Ҡытай юлы үтһә, ныҡлап үҫешеп китер ине. “Юшатыр” күп тапҡырҙар райондың балсыҡҡа бай булыуын яҙҙы.
Аҡбалсыҡ ятҡылыҡтарының береһе Кинйәбай ауылы янында. Бында ошоға тиклем теләгән кеше килеп балсыҡта ҡойона, күлендә һыу инә ине. Тәнгә файҙалы тигән булалар балсыҡты, кемдер яратып ашай ҙа. Тик был хөрриәттең оҙаҡ бармаҫы билдәле ине. Кемдер буш нәмәне эләктерергә тейеш ине. Бына Кинйәбай янындағы ятҡылыҡты Рим Ғәлиев исемле Өфө эшҡыуары ҡуртымға алған, киләһе йылдан бында эш башларға тора. Яңы хужа, әлегә аңлатма бирмәйем, киләһе йыл, йәй эштәр башланғас ҡына, әйтермен, ти. Керәүле-Илюшкин ауыл советы хакимиәте башлығы Игорь Ворошилов та, мин бер ни ҙә әйтә алмайым, Эльза Васильеванан һорашығыҙ, тине.
- Был ятҡылыҡты Рим Ғәлиев кәртәләп, төҙөкләндереп аласаҡ, ял итер урындар ҙа эшләп, бәҙрәф ултыртырға ла планлаштыра. Урындағы халыҡҡа буш була, ә башҡалар балсыҡҡа аҡса тотоп килерҙәр инде. Ошонан башҡа мәғлүмәт юҡ, балсыҡтың яңы хужаһы әлегә пландары менән бүлешмәне, - тине элекке ауыл советы хакимиәте башлығы Эльза Сәмиғулла ҡыҙы.
Читайте нас: