Все новости
Иҡтисад
14 Ноября 2017, 19:21

БИЗНЕС-ЛАГЕРЬ КӨТӘ

Көйөргәҙе районы Хакимиәте 2013-2018 йылдарға Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү сиктәрендә «Һин – эшҡыуар» федераль программаһын тормошҡа ашырыу, ғәмәлләштереү дауам итеүе хаҡында белдерә.

Көйөргәҙе районы Хакимиәте 2013-2018 йылдарға Башҡортостан Республикаһында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү сиктәрендә «Һин – эшҡыуар» федераль программаһын тормошҡа ашырыу, ғәмәлләштереү дауам итеүе хаҡында белдерә.
Программа йүнәлештәрен ғәмәлгә ашырыу буйынса йәш эшҡыуарҙарҙы бизнес-лагерҙарға туплау дауам итә:
– «Ауылда йәштәр эшҡыуарлығы». Аудитория туплау маҡсаты – 2017 йылда ауылда үҙ эштәрен асҡан эшҡыуарҙар. Лагерь 2017 йылдың 2-3 декабрендә Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26 адресы буйынса Башҡорт кооператив техникумында үткәрелә.
– «Мәғлүмәт технологиялары һәм етештереү өлкәһендәге эшҡыуарлыҡ». Аудитория туплау маҡсаты – 2017 йылда ауылда үҙ эштәрен асҡан эшҡыуарҙар. Лагерь 2017 йылдың 2-3 декабрендә Өфө ҡалаһы, Элеватор урамы, 10/1 адресы буйынса «Элемтәсе» шифахана-профилакторийында үткәрелә.
– «Булышлыҡ итеү өлкәһендәге эшҡыуарлыҡ». Аудитория туплау маҡсаты – 2017 йылда ауылда үҙ эштәрен асҡан эшҡыуарҙар. Лагерь 2017 йылдың 25-26 ноябрендә Өфө ҡалаһы, Элеватор урамы, 10/1 адресы буйынса «Элемтәсе» шифахана-профилакторийында үткәрелә.
Лагерҙарҙа ҡатнашыу бушлай. Сарала ҡатнашыусылар бушлай консультация ярҙамы алыу, яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәр, шәхси предприятие асыу өсөн документациялар төҙөү, йүнәлештәр буйынса кейстарҙы тикшереү, яңы эшҡыуарлыҡ бәйләнештәре булдырыу, Башҡортостан Республикаһы йәштәре эшҡыуарҙары берләшмәһенә инеү мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
Лагерь-бизнеста ҡатнашырға теләүселәргә 205-се, 328-се кабинеттарға мөрәжәғәт итеүегеҙҙе һорайбыҙ. Бәйләнеш өсөн телефондар: 61-1-84, 61-6-58.
Читайте нас: